Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек17.11.2018
Тәтешле ауыл-ара үҙәк китапханаһында төрлө саралар даими уҙа. Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө уңайынан “Иң мөһиме – йөрәк менән тойоу” тигән кисә үтте.

Осрашыуға бер туған Фәнзиә һәм Рөстәм Шакирйәновтарҙы саҡырғандар. Районда Брайль шрифты буйынса уҡый белгән берҙән-бер кеше иҫәпләнгән Фәнзиә Фәнис ҡыҙы был йәһәттән үҙенең тәжрибәһе менән бүлеште, һорауҙарға яуап бирҙе, массаж яһарға өйрәнеү курсына саҡырҙы. Бына тыш ул ҡатмарлы яҙмышҡа дусар булған Луи Брайль, Николай Островский, Николай Лобачевский, Матрона Никонова, Рэй Чарльз, Диана Гурцкая, Ванга һәм башҡалар тураһында һөйләне. Уларҙың һәр береһе бер ниндәй ауырлыҡҡа ҡарамай, үҙенә үҙе юл ярған, йәмғиәткә кәрәкле кеше булыуға өлгәшкән.

Ираҡ әҙибе Сахиб Джамалдың “Ҡара роза”лар китабы менән дә таныштырыу булды. Сара “Изге эштәр ҡылығыҙ” тип аталған китап күргәҙмәһе менән тамамланды.



Вернуться назад