Республикала киң билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль йәһәттән иң әүҙеме тип танылды. Улар “Өлгө ал” республика конкурсында еңеп сыҡты.
Бәйгелә Башҡортостандың 43 ҡала, районынан 107 ғаилә ҡатнашты. Һайлап алыу өс этапта үтте. Интернет селтәрендә тауыш биреү ойошторолдо, махсус ойошторолған йәмәғәт комиссияһы үҙ фекерен белдерҙе.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова Зәйнетдиновтарға автомобиль һатып алыуға 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Конкурстың финалына сыҡҡан башҡа ғаиләләрҙәге балалар, ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш, “Орленок” халыҡ-ара балалар белем биреү үҙәгендә ял итеүгә сертификат алып ҡыуанды.