“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды16.11.2018
“Бабич” тарихи нәфис фильмының сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты миҙалы 2010 йылдан күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт, дини эшмәкәрҙәргә башҡорт халҡын туплау, милли мәҙәниәтте, телде, рухты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса күп йыллыҡ әүҙем һәм һөҙөмтәле эш өсөн тапшырыла. Миҙалдың атамаһы өсөн Шәйехзада Бабичтың шиғырынан бер юл алынған.

Әйткәндәй, “Бабич” фильмын һәр кем ҡарай ала. Ул youtube сайтындағы “Йәнле таҫма” кинокомпанияһы каналында урынлаштырылған.



Вернуться назад