Төп бүләк кемдә?16.11.2018
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика вокалсылар конкурсында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Гөлнара Вәлиева еңеү яуланы. Ул республика Композиторҙар союзының “Заһир Исмәғилевтең әҫәрҙәрен иң оҫта башҡарған өсөн” махсус бүләгенә лә лайыҡ булды.

Конкурс финалсыларының гала-концерты Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Беренсе урын З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Наҙгөл Ибраһимоваға һәм филармония солисы Дамир Тайыповҡа бирелде. Икенсе урында – сәнғәт институты студенты Эльвира Әхмәтханова менән опера һәм балет театры солисы Рим Рәхимов, өсөнсөлә иһә сәнғәт институты студенттары Регина Хөснөтдинова, Айгиз Уйылданов һәм Радмир Хәсәнов.

Концертҡа шулай уҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ейәнсәре Ләйлә Латипова килгәйне.



Вернуться назад