Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите!16.11.2018
Хәйбулла районында үткән “Рух яҙыуы” телевизион шиғри конкурсында ҡатнашыусылар күп булды. Тәүге турҙа 26 ғаилә пары һайлап алынып, икенсеһендә 12-һе артабан һынау тотоу хоҡуғы алды. Әйткәндәй, ярышта өләсәй менән ейән-ейәнсәр, әсәле-ҡыҙлы һәм башҡалар көс һынашты. Иң оло ҡатнашыусы Нәйлә Түләшеваға 81 йәш булһа, Гөлсинә Атановаға – ни бары 4 йәш. Бәйгенең төп призы телевизор ине.

Гран-приға хаҡлы рәүештә райондың сәсәниәһе – Йәнтеш ауылынан Фәниә Арыҫланова менән Динара Сафина лайыҡ булды. “Тамашасы һөйөүе” призы Иҫәнгилденән Ғәлиә Бәширова менән Динә Ишмөхәмәтоваға эләкте.

Шуныһы ҡыуаныслы: шиғриәтте үҙ иткән, уны яратҡан бөтә конкурсанттарға ла бүләккә ярты йыллыҡ “Башҡортостан – Йома” гәзитенә подписка бүләк ителде.


Вернуться назад