Унда йөрөүе файҙалы һәм фәһемле. Тик музейҙар көндөҙ генә эшләй шул... Ә һин унда төнөн йөрөгәнең бармы? Булмаһа, әйҙә, рәхим ит! 19 майҙа сәғәт киске 6-нан таңғы 4-кә тиклем “Музейҙар төнө-2012” акцияһы уҙғарыласаҡ. “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Был акция Европаның 42 илендә үткәрелә. Унда йыл һайын 2 меңгә яҡын музей ҡатнаша. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Красноярскиҙа башлап ебәрҙеләр. Ә инде 2007 йылда халыҡ-ара акцияға Мәскәү ҙә ҡушылды.
Өфөлә үҙенсәлекле акция икенсе йыл рәттән ойошторола. Маҡсаты — музейҙарға күберәк халыҡты йәлеп итеү. Быйылғы сарала һәр музей үҙенең программаһын тәҡдим итә. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Атай-олатайҙар һуҡмағынан” (башҡорт халҡының этнографияһына арналған уйындар), “1812 йылғы Ватан һуғышы”, “Һуғыш йылдары йырҙары” викториналары, “Еңеү яҙы”, “Хазина эҙләү”, “Археологка ярҙам ит” кеүек мауыҡтырғыс программалар ҡаралған.
Республика Хәрби Дан музейы ла ситтә ҡалғандарҙан түгел.
Милли әҙәбиәт музейы байрамға ентекле әҙерләнгән. Балалар ҙа иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмаясаҡ. Улар өсөн махсус конкурстар ойошторола.
Шулай уҡ Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музей, Өфө художество галереяһы һ.б. “Музейҙар төнө-2012” акцияһында ҡатнашасаҡ.
Былтыр ошо сараға Өфөлә 6 меңгә яҡын кеше килгән, быйыл иһә уларҙың һаны артыр, тип өмөтләнә ойоштороусылар. Шуны әйтергә кәрәк: музейҙарға инеү бушлай.
Илмира ҠОЛБАХТИНА.