Оҫталарға бай төбәк16.11.2018

Ейәнсураларҙың күргәҙмәһе шуға инандырҙы.

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан райондар араһындағы “Башҡортостандың тарих биттәре” фестиваль-марафоны дауам итә. Фестивалдең штандартын йәрмәкәйҙәрҙән ҡабул итеп алған Ейәнсура районы вәкилдәре Өфөгә килде.

Туғыҙ мең тирәһе кеше йәшәгән, Өфөнән 334 километр алыҫлыҡта ятҡан Иҫәнғол ауылы – Ейәнсура районының үҙәге. Шулай уҡ төбәктә Абҙан, Иҙелбәк, Таҙлар, Күгәрсен ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Әйткәндәй, районда бөтәһе 78 ауыл бар, халыҡ һаны – 25 мең ярым.

Быйыл Ҡужанаҡ ауылында ҙур тантананың үтеүе – унда республи­кабыҙҙың көньяҡ географик нөктәһе барлыҡҡа килеүе – тураһында гәзиткә яҙғайныҡ инде. Иҫтәлекле стела өсөн урын ифрат уңышлы һайланған. Бынан йыраҡ түгел Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе араһында шартлы рәүештә сик билдәләнгән. Етмәһә, стела оло юл буйында тора, ә автомагистраль Ҡыуандыҡ ҡалаһының (Ырымбур өлкәһе) ҙур тимер юл станцияһына илтә – 15 саҡрым ғына ҡала уға.

Бынан тыш, Ейәнсура районы Күгәрсен, Йылайыр һәм Хәйбулла менән сиктәш. Биләмә оҙонлоғо 140 километрға һуҙылған, ә майҙаны 334 мең гектар тәшкил итә, шуның яртыһы тиерлек – таулы һәм таулы-урманлы зона, ә ҡалғаны – ауыл хужалығы ерҙәре. Оло Эйек, Оло Һүрәм, Кесе Һүрәм, Ҡаҫмарт, Әселе, Өҫкәлек, Ҡороюл һәм башҡа йылға-шишмәләр төбәкте һуғара, Шайтантау тауын күрер өсөн алыҫтан киләләр.

Баш ҡалалағы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филар­монияһы фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. Иҫәнғол башҡорт гимназияһы, “Ләйсән” балалар баҡсаһы, Солтанов исемендәге мәктәп уҡыу­сыларының сувенир, робот, уйынсыҡ кеүек ҡул эштәре – шуға асыҡ миҫал. Ейәнсура тыуған яҡ тарихын өйрәнеү музейы һәм “Зианчуринские зори” гәзите урынлаштырған өҫтәл янында өлкәндәр айырыуса күп булды, сөнки бында тарих тулыһынса сағылыш тапҡан ине. Ләйлә Хәмитова элек яратып сәйнәгән, әммә хәҙер онотолған ҡайын һағыҙын өләште.

Зөлфиә Ҡолмөхәмәтова иһә кейеҙ алып килгән. Ағасты һырлап биҙәкләүҙә алдынғы­лыҡты бирмәгән Алик Рәхимов оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡ­лашты, “Нектар” йәмғиәте рәйесе Фуат Тоҡомбәтов балдан ауыҙ иттерҙе, Илгизәр Бураҡаев әҙерләгән талҡан да бик тәмле ине.
Ейәнсуралар ойошторған ҡай­һы сара шәлһеҙ үтһен? Әлбиттә, күргәҙмәнең ҙур өлөшө дебет шәленә бүленде.


– Баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға кәзә дебетенән бәйлән­гән 65 төрлө шәл, ойоҡбаш, бейәләй, шарф алып килдек, – ти район мәҙәниәт йортоноң методика кабинеты мөдире Гөлсирә Шафиҡова. – Күңелең һөйгәнен иркен йөрөп һайлап алырға мөмкин. Айырыуса Ҡарғалы ауылынан Мәғүрә Һөйөндөкова, Шәрифә Ҡорманаева, Зифа Фәйзул­лина, Мәзиттән Фәрзәнә Атнағолова, Юнайҙан Гөлсирә Абдуллина, Үтәғолдан Лира Ниязғолова, Клара Урманбәтова, Иҙелбәктән Фәниә Биктимерова һәм башҡалар ишле итеп кәзә аҫрай, үҙ сиратында йыл әйләнәһенә шәл бәйләү менән мәшғүл.

Район ветерандар советы рәйесе, шәл оҫтаһы Нәзирә Кәримова белдереүенсә, һәр ваҡыт байрамдарҙа ҡатнашалар, хатта Мәскәүгә лә барып еткәндәр. Улай ғына ла түгел, ҙур еңеүҙәр менән ҡайтҡандар. Тиҙҙән Өфөлә буласаҡ шәл байрамына ла әҙерләнәләр.

Кәзәселек тармағы ғына түгел, ә һарыҡсылыҡ та бында ныҡ үҫешкән. Мәҫәлән, “Маяҡ” хужалығында 10 меңгә яҡын баш мал аҫрайҙар. Әйтеүҙәренсә, 2020 йылға тиклем уларҙың һаны 16 меңгә етәсәк.

Төбәктә күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр күп, 72 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән, Иҙәш ауылында ғына шундай ғорур исемде йөрөткән 16 гүзәл зат ғүмер кисерә.

Төҙөлөш киң ҡолас йәйгән, ауыл хужалығы икенсе һулышын кисерә, эшҡыуарлыҡ юлын һайлаған кешеләр һаны арта, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт үҫешкән районда төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәй.

Ҙур концерт “Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура” тигән театрлаштырылған хореографик композиция менән асылды. “Ағасым – миләш, ҡошом – торна, тамғам – ҡойош­ҡан, ораным – “Туҡһаба!” Быны бәләкәйҙән үк һәр кем белә. Кисә йыр, бейеү, таҡмаҡ, ҡурай моңо менән аралашып барҙы. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Вафа Мәүлитов, Гөлзиә Татлыбаева, Йәмил Йәнбәков һәм башҡа сәнғәт эшмәкәрҙәре сәхнәне бер итте, ә “Ейәнсура гимны”н күңел ҡылдарын сиртерлек итеп башҡарҙы үҫәргәндәр.

– Бындай саралар­ҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, – тине район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Беренсенән, ситтә йәшәгән ейәнсу­раларға, ғөмүмән, халыҡҡа төбәктең үҫешен күрһәтеү, ҡеүәтен еткереү өсөн мөмкинлек был, ә ҡаҙаныштар беҙҙә етерлек. Икенсенән, бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тиҙәр. Яҡташтар менән аралашырға ашҡынып килеп еттек.

Дәмин Юланов тантаналы шарттарҙа эстафетаны Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллинға тапшырҙы.


Вернуться назад