“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне16.11.2018

Башҡарған эштәре, күркәм тамашалары менән ҡыуандырҙылар.

Иҡтисади ҡаҙаныштарын, социаль үҫештәрен һәм мәҙәни өлкәләге мөмкинлектәрен баш ҡала халҡына күрһәтергә тип Өфөләге Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына йәрмәкәйҙәр килеп ҡайтты.

Уртаҡлашыр уңыштары байтаҡ ине уларҙың. Йәрмәкәй ауылында “Башҡорт­остан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” программаһы буйынса төҙөлгән бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы тапшы­рыуға әҙер, Спартакта православие ҡорамын үҙгәртеп ҡороу эше тамамланып килә, Ялан-Шишмәлә иһә “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһына ярашлы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән, күптән түгел Йәрмәкәй – Бәләбәй юлының 7,4 километрлыҡ өлөшө тергеҙелгән. Быйыл тағы ла Иҫке Турай ауылында мәсет асылған, Тарҡаҙыла Ыҡ йылғаһы аша күпер һалынған.

Сараға килеүселәр фойела райондың үткәнен һәм бөгөнгөһөн, социаль-иҡтисади хәлен, төрлө өлкәләге уңыштарын сағылдырған күргәҙмә менән танышты. Артабан “Йәрмәкәй шишмәләре” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Унда “Йәрмәкәй егеттәре” ансамбле гармунсылары, “Россиянка” халыҡ рус йыры, “Гөлрус” халыҡ бейеү ансамблдәре, “Йәрмәкәй” татар эстрада-фольклор, “Ялгат” мордва, “Ташдемсем” сыуаш коллективтары сығыш яһаны. Тамашала Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағындағы республика халыҡ ҡоралдары оркестры ла ҡатнашты. Дирижеры Ринат Мөхәмәтйәнов – Йәрмәкәй районынан.

Тағы ла концертта һәүәҫкәр композитор Рәйес Ханнанов, билдәле йырсы Илшат Вәлиев, йәш башҡарыусылар Айҙар Шәфиғуллин һәм Светлана Хәсәншина йырланы. Тамашаның махсус ҡунағы – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов “Йәрмәкәй шишмәләре” йырын залда халыҡ араһында йөрөп баш­ҡарҙы. Концерт ошондай йылы мөхиттә, күтәренке рухта үтте.


– Ошо залда ултырған саҡта республикабыҙҙың ни тиклем матур икәнлеген аңлайһың. Башҡортостандың йөҙөн, тәү сиратта, уның аҫыл халҡы билдәләй, – тине республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Әминә Ивний ҡыҙы ижади коллек­тивтарҙың оҫталыҡ кимәлен юғары баһаланы һәм район мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн район хакимиәте башлығы Илшат Раймановҡа рәхмәт белдерҙе. Әйтергә кәрәк, Йәрмәкәй районында егерме йылдан ашыу Ыҡ буйы халыҡтарының “Ата-бабалар ере” төбәк-ара ижад фестивале үткәрелеп килә.

Байрам аҙағында Илшат Райманов Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юлановҡа фестиваль штандартын тапшырҙы.


Вернуться назад