Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап уҙғарылған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә тап бына ошолай үтергә тейеш ул әҙәби кисәләр, тип уйлағандыр һәр кем. Яҙыусының ғүмер китабына байҡау яһап, йырҙарынан, шиғырҙарынан торған моңло гөлләмә бүләк ителгәндәй булды бында.
Йәш быуын Яҡуп Ҡолмой хаҡында ишетеп, йырҙары аша ғына белә. Ә күп нәмә беҙҙең өсөн билдәһеҙ икән әле, тинем Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинды тыңлағандан һуң. Ул яҡташының ҡатмарлы тормош юлы, Бөйөк Ватан һуғышы яраларынан ыҙаланыуҙан да ҡатыраҡ ағаһы өсөн һыҙланыуҙары, уны “халыҡ дошманы” тип иғлан иткәс, Яҡупҡа туғанынан баш тартырға тәҡдим итеүҙәре хаҡында әсенеп бәйән итте.
Заманы өсөн ҡәҙерле булған партия билетын да тартып алырға уйлайҙар, әммә фронтовик был документтың уға Ватаны, яуҙарҙа яраланып һаҡлаған Тыуған иле тарафынан тапшырылғаны тураһында әйтә. Эшкә урынлаша алмаған, яҙғандары баҫылмаған саҡтары ла була. Хатта ҡатыны менән икәүләп Үҙәк почтамтҡа барып, кемгәлер хат яҙышып, икенсегә конверт тултырышып, өсөнсөгә әйберҙәрен илтешеп аҡса эшләргә тырышҡан улар. Өс баланы ҡарарға кәрәк бит! Әммә Яҡуп ағай һынмаған, бөгөлөп төшмәгән, ижад итеүен туҡтатмаған.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әҙиптең ижадына байҡау яһап, осрашыуға дәррәү килгән әҙәбиәт һөйөүселәргә рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев иһә үҙ сығышында: “Яҡуп Ҡолмой үҙ заманында уҡ Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәновҡа һоҡланыуын, уның батырлығы менән ғорурланыуын белдереп, поэма яҙған, – тине. – Беҙгә эргәбеҙҙә йәшәгән яҙыусыларыбыҙҙы бөгөн күтәрергә, данларға өйрәнергә кәрәк. Үҙе иҫән саҡта поэмалар арнарлыҡ шәхестәребеҙ әле лә етәрлек!”
Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Мөхйәнов мәңгелек ижады өсөн шәхес рухы алдында баш эйҙе, шағирҙың ҡыҙы Зәйтүнгөл Яҡуп ҡыҙы һәм ҡустыһының улы Азамат Ҡолмөхәмәтовтар яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, ғәзиздәренең ғәжәп яғымлы, изге күңелле кеше булғаны тураһында һөйләне.
Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәренә яҙылған йырҙар кисәгә илаһи моң өҫтәне, күңелде һағыш, шулай уҡ ғорурлыҡ тойғоһо менән күмде. Уларҙы филармония артистары ғына түгел, Ишембай һәүәҫкәрҙәре лә башҡарҙы. Дәртле бейеүҙәр иһә рух күтәренкелеген арттырҙы.
Сәхнәлә яңғыраған шиғырҙар телмәрҙәр аша тыуған еренә, туған теленә, халҡына мөкиббән ғашиҡ, төбәгебеҙҙең һәр миҙгеленә, һәр тарихи битенә һөйөү менән баҡҡан шағир образы күҙ алдына баҫты. Бер быуатлыҡ ғүмер байрамында әҙип зал тултырып халыҡ йыя ала, уның яҙғандары яңғырап тора икән, тимәк, ижады милләте күңелендә һаҡлана!