“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр16.11.2018

Яҡуп Ҡолмой XX быуаттың талантлы шағиры булыуы менән бергә үҙен Хоҙай тарафынан бик һирәктәргә генә бирелә торған жанр оҫтаһы – сонетсы – итеп тә танытты. Ул талант нескәлеге менән айырылып тора ине.

Ошо үҙенсәлек янында рухи ныҡлыҡ та булырға тейеш. Яҡуп ағайға Хоҙай тарафынан ошо көс тә бирелгәйне. Был ҡеүәт уға изге еренән, ғәзиз Ҡанаҡайы­нан күскәндер. Ишембай районында тыуып үҫкән шағир ғүмер буйы кесе Ватанына, Торатауға, Һәләүеккә дан йырлай.

Усҡа алһам Һәләүегем һыуын,
Айҙың үҙен күрәм усымда.
Әллә айҙы тотоп ҡыуандым тип,
Әллә тулҡындарға уралдым тип,
Тәүге йырым тыуҙы ошонда...
(“Һәләүек ярында”).

Бик иртә әсәйһеҙ ҡалған Яҡуп Ҡолмой ҡәҙерле кешеһенә нескә хистәр менән һуғарылған шиғырҙар бағышлай:
Һин ултыртҡан гөлдәр сәскә атты,
Былбылдар ҙа һине юҡһына.
Үҙең кеүек үтә матур икән
Һин ҡалдырып киткән был донъям.
(“Һин йәшәйһең, әсәй”).

Яҡуп Ҡолмойҙоң барлыҡ шиғыр­ҙарында, хатта поэмаларында ла сонет гармонияһын, моңон тойорға мөмкин. Мәғлүм булыуынса, башҡорт шиғриә­тендә сонеттың тәүге “ҡарлуғасы” – Хәй Мөхәмәтйәров. Ул “Өлгөрөү” һәм “Өфө мотивтары” тигән шәлкемдәре менән ошо яңы формаға нигеҙ һала. Яҡуп Ҡолмойҙоң сонет­тары ла уныҡы кеүек үк милли ерлекле, моңло. Мәҫәлән, “Былбыл” тип аталғаны нигеҙендә тыуған романсты бер кем дә тулҡын­ланмайынса тыңлай алмағандыр. Уның музыкаһын мәшһүр компози­тор Заһир Исмәғилев яҙғайны. Шағирҙың “Том­бойоҡ бүләк итмә”, “Әгәр көтһәң” һ.б. йырҙары – формаһы бер ни тиклем үҙгәртелгән сонеттарҙан яралған, шул моң менән һуғарылған романстар.

Сонет шауҡымы яу юлдарын үткән кавалерист Яҡуп Ҡолмойҙоң поэмаларында ла асыҡ тоҫмаллана. Уларҙа ябай һалдаттың күңел кисерештәре, рух ныҡлығы сағыла. Ғөмүмән, шағир­ҙың тотош ижадында башҡорт халҡы­ның ихтыяр көсө, илен, тыуған төйәген мөкиббән яратыуы, тоғролоғо ярылып ята. Бәләкәй генә Ҡанаҡай ауылы кешеләре күңел байлығы, юғарылығы менән һоҡландыра. Мәҫәлән, ундағы ябай тирәклек илгә тоғролоҡ билдәһенә әүе­релә. Яҡуп Ҡолмойҙоң атаһы Хәй­рулла бабай был ағастарҙы һуғышҡа киткән улына һәм яу яланындағы башҡа ауылдаштарына бағышлап ултырта. Тирәклек халыҡтың иң ҡәҙерле, яратҡан урыны була.

Шағирҙың һуғыш темаһына яҙылған “Яҡты эҙ”, “Хаттар һөйләй”, “Беҙҙең ҡала егете” һ.б. поэмаларын тулҡынланмайынса уҡыу мөмкин түгел. Уларҙың тәүгеһе бала саҡтан бергә уйнап үҫкән Зифа менән Мораттың мөхәббәте хаҡында. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан егет һөйгән ҡыҙының фронтҡа китеп һәләк булғанын белә. Үҙҙәре бала саҡта ҡасышлы уйнаған тау ҡыуышында ул һөйгәненең һуңғы хатын табып ала. Был поэмалағы “Һуғыш” тигән бер һүҙ ҡайғы һибеп,
Төнгә әйләндерә көнөңдө.
Ергә үлемесле ялҡын өрөп,
Көйҙөргәндәй була йөҙөңдө,” –
тигән фекерен шағир “Хаттар һөйләй” поэмаһында ла дауам итә.

Яҡуп ағай баҡыйлыҡҡа күскәс, уның ижадын халыҡҡа еткереү йәһәтенән улдары Марат менән Булат, ҡыҙы Зәйтүн­гөл, ҡатыны Фатима апай, һеңлеһе Ми­ләүшә Ҡолмөхәмәтова күп эш башҡарҙы. 1999 йылда шағирҙың Елена Николаевская, Александр Филиппов, Юрий Андрианов тәржемәһендә “Уральские зори” тип аталған китабы донъя күрҙе. Фатима апай уны миңә ошондай автог­раф менән бүләк иткәйне: “Әнисә туғаныма. Яҡуп ағайыңдың һуңғы сыҡҡан кита­бын һиңә, яҡта­шы­на, бүләк итәм. Ул һине бик тә ихтирам итә ине, иҫтәлеге булып ҡалһын. Фатима апайың. 7 сентябрь, 1999 йыл”.

Яҡуп Ҡолмой төрлө жанрҙарҙа әүҙем эшләне. Ә шулай ҙа уның иң ҙур хеҙмәте – башҡорт әҙәбиәтендә Хәй Мөхәмәт­йәров менән бер рәттән ҡатмарлы сонет жанрына нигеҙ һалыуы. Был ғәмәлдең киләсәге хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, Яҡуп ағай былай тигәйне: “Күрәҙәлек итеү ҡыйын, әлбиттә. Шулай ҙа мин киләсәктә сонет йәштәрҙең күңелендә урын алыр тип уйлайым”.

Үҙем дә быға ышанам. Һуңғы йыл­дарҙа йәштәрҙең ошо жанрға иғтибары арта барғанын да тоям. Һоҡландырғыс, күркәм, нәзәкәтле, моңло башҡорт шиғриәтендә сонет йондоҙҙары ла ҡабыныр әле.


Вернуться назад