Күптән көттөк18.05.2012
Музей — халыҡтарҙың үткәнен бөгөнгө тормошо менән тоташтырыу үҙәге.
Тарихһыҙ киләсәк юҡ. Һәр милләт үҙенең үткәненә ҙур иғтибар бирә, уны өйрәнә, тарихи дәлилдәргә таянып, киләсәген күҙаллай. Иң мөһиме — музей йәш быуында үткәнгә ихтирам тәрбиәләй. Шуның өсөн киләсәген ҡайғыртҡан һәр милләт музейҙар төҙөй, яңынан-яңы тарихи материал менән тулыландырып байыта.
Бынан алты йыл элек Бөйөк Еңеүгә арнап Өфөнөң Дим районында ошо станциянан һуғышҡа оҙатылған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейы төҙөлдө. Ул — ысын мәғәнәһендә II Бөтә донъя һуғышындағы башҡорт яугирҙәренең үлемһеҙ батырлығын сағылдырған берҙән-бер музей. Хәҙер ул һуғыш һәм тыл ветерандары өсөн генә түгел, йәштәрҙең, уҡыусы балаларҙың, уҡытыусыларҙың патриотик һәм хәтер кисәләре үткәреү урынына ла әйләнде. Бында ике-өс быуын вәкилдәре бергә йыйылып йыш осраша.
Музейҙың директоры Илүзә Ғәйнуллина — Ырымбур университетын бөткән эшһөйәр белгес. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул эргәһенә үҙе кеүек һөнәрен яратып башҡарған ярҙамсыларҙы йәлеп итә белә. Мәҫәлән, ҙур тәжрибә туплаған Хафиза Бикҡужина — шундайҙарҙан. Етәксе үҙ эшенең мөһим икәнен яҡшы аңлай һәм уға бик яуаплы ҡарай. Төп бурыс — музейға яңынан-яңы материалдар табыу, уларҙы туплау, тәртипкә килтереү һәм ҡайһы бер яугирҙәрҙең быға тиклем билдәле булмаған батырлыҡтарын архив материалдары нигеҙендә асыҡлап, уны бөтөн дөрөҫлөгөндә халыҡҡа еткереү.
Музей шул тиклем оҫта итеп биҙәлгән, әйтерһең дә, һуғыш яланында тораһың: ана, алыш бара, һалдаттар дошман менән айҡаша. Тик мылтыҡ, бомба тауышы бер минутҡа ғына тынып ҡалған кеүек. М. Шайморатов генералдың кейеме, ҡылысы ла үҙ урынын тапҡан.
Музейҙа күп саралар үтә. Асылыуының беренсе көндәренән үк ул, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге менән тығыҙ бәйләнешкә инеп, тәрбиәүи темаға осрашыуҙарҙы бергә үткәрҙе. Был мөһим сараларҙа һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән бер рәттән студент йәштәр, Дим биҫтәһендәге 7-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, 104-се мәктәптән, 102-се башҡорт гимназияһынан уҡыусы һәм уҡытыусылар, “Дим моңдары” ансамбле ҡатнашты.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.


Вернуться назад