Спартак Ильясовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге күп зыялыларҙың яҙмышына ауаздаш.Күптән хаҡлы ялда булһа ла, уның һис кенә лә буш ваҡыты юҡ: тынғыһыҙ яҙыусылыҡ хеҙмәте, тарихи эҙләнеүҙәр, төрлө йәмәғәтселек сараларында ҡатнашыу... Ошо әңгәмә өсөн дә мин Спартак Мөжәүир улын “Китап” нәшриәтенә килгән мәлендә генә тап иттем, әҙип үҙенең сираттағы китабын – “Ҡағанат вариҫтары” романын баҫтырырға әҙерләп йөрөй икән.
– Спартак ағай, һеҙҙе республикала билдәле яҙыусы итеп кенә түгел, ә хужалыҡ эшмәкәре булараҡ та беләбеҙ: байтаҡ йылдар Учалы районында совхоз директоры, колхоз рәйесе, партия комитеты рәйесе һәм комсомол секретары булып эшләнегеҙ. Әйҙәгеҙ, шул дәүергә байҡау яһап алайыҡ: бөгөнгө заман кешеләренә уның ниндәй йүнәлештәрен күрһәтергә мөмкин?
– Ул замандың халҡы ойошҡан йәшәүе, һәр эштә берҙәмлек күрһәтеүе менән иҫтә ҡалды. Ауылдар колхозға берләште, йәғни бында инде коллектив хужалыҡ тәртибенә буйһонорға тура килде, һәр ауылдың быуындан быуынға күсә килгән аҫабалыҡ ерҙәре бар ине, улар дөйөм ҡулланыуҙа булды. Шәхси ер биләмәһенән файҙаланған бер кешене лә хәтерләмәйем. Халыҡ бер төптән егелеп эшләне. Бер-береһен ата-бабаларына хәтлем яҡшы беләләр ине, шул да берләштергәндер. Көнкүреш кимәле хәҙерге заман менән сағыштырғанда, әлбиттә, түбән булды, шуға күрә дөйөм хужалыҡ ҡанундарын ара-тирә боҙоусыларға ҡарата дошманлыҡ хисе тыумағандыр ҙа. Күп нәмә ул саҡтағы фәҡирлектән килә ине бит.
Кешеләр бер-береһенә таяна ала ине, беҙҙең халыҡтың ныҡлығы һәм ойошҡанлығы шуға нигеҙләнгәндер, тим. Хәҙерге тырам-тырағайлыҡ заманына ҡарата улай тип әйтеп булмай. “Мин һине белмәйем, һин – мине” тигән ҡараш халҡыбыҙҙа тарҡаулыҡ барлыҡҡа килтерҙе. Ватансылыҡ, тыуған ереңә һәм халҡыңа һөйөү тәрбиәләүҙе ҡабат аяҡҡа баҫтырыу, үҫтереү талап ителә, тип уйлайым. Әхлаҡ нормалары ла түбәнәйә бара.
Йәштәрҙең махсус йыртылған джинсыла йөрөүен күреп аптырайым – элек ямаулыҡ таба алмағанға шулай кейенергә мәжбүр булғандар, ә хәҙергеләр ошо фәҡирлекте көҫәй түгелме? Мөғәллимдәр ҙә үҙ уҡыусыларына халыҡ тәжрибәһе аша һынау үткән мәғлүмәттәрҙе генә еткереп барҙы, әлеге һымаҡ: “Телевизорҙа ниндәйҙер бер каналда күрһәттеләр, интернетта күреп ҡалдым”, – тип һығымта яһамай ине.
Миңә ҡалһа, тыуған яғындағы ер-һыу атамаларын да хәҙерге йәштәр онота бара, ә артабанғы быуындар иҫенә лә төшөрмәйәсәк. Нимәнелер осраҡлы белә ҡалғанда, уны асыш һымаҡ ҡабул итәсәк. Шул уй миңә тынғылыҡ бирмәй.
– Мәктәпте тамамлағас та, һеҙ йылҡы көтөүсеһе булып эш башлағанһығыҙ. Ни өсөн шул йылда ҙур ҡалаға китеү йәки юғары уҡыу йортона инеү теләге тыуманы? Ә башҡа тиҫтерҙәрегеҙ, класташтарығыҙ ниндәй шөғөлгә тотондо?
– Йылҡы көтөүсеһе булыуым шунан килә: юғары уҡыу йортона инеү өсөн ул саҡта мотлаҡ ике йыл хеҙмәт стажы булырға тейеш ине. Мәктәпте тамамлау менән барһаң, документтарыңды ла ҡабул итмәйҙәр. Хеҙмәт коллективында эшләп алыу киләсәк белгес өсөн бер ҙә насар түгел, ул тормош тәжрибәһе лә туплай, быуындар ҙа нығына төшә тигәндәй, буласаҡ һөнәрен һайлағанда ла төплөрәк уйлай.
Ҡалғандар төрлө йүнәлештә таралды. Ул саҡта Учалы ҡалаһы төҙөлә ине, беҙҙән бик йыраҡ та булмаған Мейәстә яңы предприятиеларға нигеҙ һалына, төҙөүселәр күп кәрәк, байтаҡ тиҫтерҙәрем шул тарафтарға юлланды. Класта 24 бала инек, унынсыны тамамлағанда 11 генә ҡалдыҡ, сөнки кемдәрҙер уҡыуын дауам итә алманы. Йөрөп уҡыныҡ бит: йәшәгән ауылдан алыҫ, транспорт юҡ, ятаҡ тигәнен ишеткәнебеҙ ҙә булманы. Иртәнге сәғәт 6-ла тороп сығып китәбеҙ, таяҡҡа сүбәк урап ут төртәбеҙ ҙә, ҡараңғыла урман аша үткәндә, иң алдағы малай шул факелды тотоп бара, уныҡы янып бөтөүгә, сираттағыһын тоҡандырабыҙ.
Мин инергә ынтылған беренсе уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты булды, ләкин унда немец теле буйынса ла имтихан биреү талап ителә ине. Әле булһа төшөнөп етмәйем: ни өсөн немец теленән дә тапшырырға кәрәк булғандыр? Германияға китергә йыйынманыҡ бит. Имтихан бүлмәһенә ингәс, ике ҡатын ят телдә миңә нимәлер әйтә, тик аңламайым. Баҡһаң, “яҡыныраҡ кил, билет ал” тиҙәр икән. Бынан алдағы фәндәрҙе уңышлы тапшырһам да, немец теленән килеп сыҡманы – “икеле” билдәһен ҙур итеп сәпәгәндәр, әле булһа шул күҙ алдымда.
Шулай ҙа йылҡыны ике йыл буйы көтөргә тура килмәне, мине үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре ойоштороуға, йәштәр менән ауылдарҙа концерт күрһәтеүгә йәлеп иттеләр. Комсомолға ла шул осорҙа индем, сөнки мин етәкләп йөрөткән йәштәр комсомол йыйылышы үткәрә, мине индермәйҙәр. Ғәрлегемдән ВЛКСМ-ға инергә ғариза яҙҙым. Ҡайтҡас, атайым ғаризаны күрҙе лә: “Ә-ә, керергә булдыңмы,” – тип ҡуйҙы. Шуныһы ҡыҙыҡ: комсомолға ҡабул итергә район үҙәгенә алып барғас, бөтә һорауҙарға ла шартлатып яуап биргәнемде күреп, мине район комитетына инструктор итеп эшкә саҡырҙылар. Армия сафына хеҙмәт итергә саҡырылғансы ошо йөктө тарттым.
Өс йыл Тыуған илгә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Учалы, Белорет, Әбйәлил һәм Бөрйән райондарын берләштереп төҙөлгән яңы административ берәмектә комсомолдың райком секретары булырға яҙҙы. Ләкин юғары белем алыу хыялы ла тынғы бирмәне. Мәскәүгә Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһына инеп китеү әллә ни ауыр ҙа булманы, сөнки имтихандарға ныҡлап әҙерләнгәйнем, армиянан яңы ғына ҡайтыуым һәм комсомол эшендә булыуым да өҫтөнлөк биргәндер.
– Халҡыбыҙҙың тарихына һәм ауыҙ-тел ижадына һөйөү һеҙҙә атай-әсәйегеҙҙән килә, тиҙәр. Улар тураһында ниндәй иҫтәлектәр һаҡлайһығыҙ? Үткән быуаттың 40 – 50-се йылдарында шул яҡ төбәк кешеләренең, Барын-табын ырыуының ғаилә тормошона, көн-итмешенә ниндәй үҙенсәлектәр хас ине, улар шәхес булып өлгөрөп етеүегеҙгә ниндәй йоғонто яһаны?
– Беҙҙең ғаиләлә халыҡтың ауыҙ-тел ижадына иғтибар бик ҙур булды. Боронғо йырҙарҙы ла уларҙан отоп, һаҡлап ҡала алдыҡ. Атай-әсәйҙән ишетеп, егермегә яҡын йырҙы хәҙер юғалған тигән ерҙән һаҡлап алып ҡала алыуым менән ҡәнәғәтмен. Юлай Ғәйнетдинов улар тураһында “Барын-табын йырҙары” тигән фильм да төшөргәйне. Башҡа оло кешеләрҙән дә отоп алып ҡалыу бәхете тейҙе. Мәҫәлән, “Зарыҡай”, “Ғайса ахун” тигән йырҙарҙы Өфөлә беләләр тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә.
Хәҙерге йәштәрҙең йырлағанына ҡарап ғәжәпләнмәй булмай: “илалай ҙа милалай”, ни моңо юҡ, ни мәғәнәһе... Ә боронғо йырҙарҙы тарихын һөйләтеп йырлаттыралар ине. Әле концертта халыҡ йыры тип атағандары ғәмәлдә улай түгел, халыҡ бергә йыйылышып алып көй сығарып ултырғанмы ни? Уның көйөн һәм һүҙҙәрен тәғәйен кеше ижад иткән! Бына бит ниндәй һәләтле композиторҙар булған беҙҙә! Ә ниңә шул моң-зар бөгөнгө йырҙарҙа юҡ икән? Шуға бик көйөнәм.
Күмәк хужалыҡ булып йәшәүҙән туҡтағас, ата-бабалар тәрбиәһе, тарихи сығанаҡтарҙы белеү һәм һаҡлау, әле әйткән ер-һыу атамаларын юғалтмау ҙа ҙур хәүеф аҫтында ҡалды. Ошо турала уйланам да ҡурҡыныс булып китә.
– Атайығыҙ, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөжәүир ағай бик абруйлы һәм һәләтле педагог булған. Шул осорҙағы мәктәптең, уҡытыусыларҙың эшмәкәрлегенә ниндәй баһа бирер инегеҙ? Бөгөнгө мәғариф системаһы менән сағыштырғанда өҫтөнлөктәре йәки кәмселектәре хаҡында нимә әйтергә була?
– Атайым Иҫтамғол, Мәхмүт, Һөйөндөк, Көсөк, Һөләймән һәм башҡа ауылдарҙа уҡытыусы булып эшләгән, ярты районды уҡытҡан, тиһәң дә була. Шуға уны, ололарҙың ризалығын алып, юл ситендә ерләнек. Комсомол ҡасабаһын үткәс, Мейәс яғына һәм Силәбе өлкәһенең Уй районына айырылып киткән юлдарҙың сатында ҡәбере.
Атайым менән инәйем генә түгел, ул замандағы башҡа мөғәллимдәр ҙә халыҡ уҡытыусылары булды. Күптән түгел республиканың бер нисә районында булып ҡайттыҡ. Шунда мәктәп уҡыусыларынан: “Һеҙ ниндәй ырыуҙан?” тип һорайым, береһе лә аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Ни өсөн икәне аңлашыла – уҡыусыларынан алда уҡытыусы белергә һәм балаларҙың аңына һеңдерергә тейеш бит. Йәнә килеп, ер-һыу атамаларын иҫкә төшөрмәй булмай: ул яҡтарҙағы “Дыуан” һүҙен күпселек урыҫ теленән сыҡҡан тип уйлай, ғәмәлдә ул борон төрки телле халыҡтарҙа кәңәшләшеү урыны булараҡ тамғаланған. Быларын да баланың хәтеренә мөғәллимдәр һалырға тейеш түгелме? Бала бит ул тиҙ отоп ала.
Ә элекке мөғәллимдәр шул дәүерҙә халыҡты яҡлаусы ла, ғариза йәки хат яҙып биреүсе лә булған. Хәҙер ни өсөн уҡытыусының абруйы төштө? Бөтәһе лә уҡый-яҙа, интернетта ултыра, һөҙөмтәлә үҙен үтә белемлемен тип иҫәпләй. Халыҡ педагогикаһынан алыҫлашыуҙың, сит-ят йүнәлештәргә ылығып китеүҙең һөҙөмтәһе был.
– Совет мәктәбе педагогы булараҡ, атайығыҙ, марксизм-ленинизм тәғлимәтенә мөкиббән кеше инеме, әллә уның төп ынтылышы уҡыусыларға билдәле предметтарҙы уҡытыу, белемле һәм мәҙәниәтле кеше тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫына ылыҡтырыу булдымы?
– Эйе, ул ошо тәғлимәткә мөкиббән кеше ине. Совет заманында урындағы партия ойошмаларында аҙнаһына бер-ике тапҡыр сәйәси уҡыу үткәрелеп килде. Атайым шунда ауыл коммунистарын уҡытты. Айырым программа бар, дәүләттең идеологик нигеҙе булған марксизм-ленинизмды бөтә ил буйынса һәр ауыл һәм ҡала предприятиеһы йәки учреждениеһында уҡыталар ине ул саҡта. Идеологик нигеҙ халыҡты берләштерә, иҡтисадты үҫтереүгә ынтылыш бирә тип ҡаранылар.
– Әсәйегеҙ Хәтимә апай, “кулак ҡыҙы” тигән мөһөр тағылғас, власть яғынан байтаҡ йәбер-золом күргән тип әйтәләр. Быны һеҙ заманы өсөн идеологик һәм сәйәси талаптарға яуап биргән күренеш тип һанайһығыҙмы, әллә ул оло ғәҙелһеҙлекме? Ағаһы Хафиз Ҡушаевты, милләтселектә ғәйепләп, атырға хөкөм итеүҙәрен ғаиләлә һәм ауылда нисек ҡабул иткәндәр? Ғөмүмән, Совет власы, Коммунистар партияһы идара иткән заман бөгөн һеҙҙә ниндәй хис-тойғолар һаҡлай? Йәшлек йылдарын һәр кем һағынып иҫкә алалыр ул, ләкин шул замандағы тәртиптәргә әйләнеп ҡайтырға теләр инегеҙме?
– “Кулак ҡыҙы” тип инәйемде ныҡ интектергәндәр, әле уныһын хатта мин дә, бала булһам да, хәтерләйем. Атайым мәрхүм һуғышҡа киткәс, инәйем ғаиләһе менән Учалы районының беҙҙең өсөн икенсе яҡта булған Иҫтамғол ауылында йәшәне. Мин дә шунда тыуғанмын. Махсус рәүештә шунда ебәргәндәрҙер, тип уйлайым. Бер һыйыры, быҙауы бар, күпмелер бесән эшләнгән, уларын нисек райондың икенсе осона ташый алһын? Транспорт юҡ. Ә ауыл кешеһе малһыҙ көн күрә алмай. Беҙ астан ыҙаланһын өсөн урындағы “вәхшиҙәр” шулай эшләгәндер, тип ҡабул иттем был хәлде.
Һуңыраҡ, атайымдың ағаһы, нисектер ат һәм сана табып, беҙҙе тыуған төйәгебеҙ Көсөккә алып китте. Шунда, сана ҡыйшайыпмы, мин йөктән ҡар өҫтөнә төшөп ҡалдым. Илай ҙа алмайым, сөнки бер эт килеп ауыҙ-морондо ялай башланы. Бер ағайҙың, этте ҡыуып ебәреп, мине күтәреп юлға сығыуына инәйем дә илай-илай йүгереп килә ине.
Ғәмәлдә инәйем хеҙмәт алдынғыһы булды, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы һәм башҡа наградалары бар. Совет власына мөнәсәбәт тигәндәй, планлы иҡтисадты мин ул саҡтағы ҙур өҫтөнлөк тип һанайым, сөнки бөтә йүнәлештәрҙе алдан күҙаллап бара, ҡыйыш урындарҙы төҙәтә тигәндәй, артта ҡалған йүнәлештәргә ярҙамға килә. Әммә партия органдарында белдекһеҙ һәм белергә лә теләмәгән әҙәмдәр ҙә бар ине. Ә бына ҡала комитетының беренсе секретары Марат Латиповты һәр ваҡыт хөрмәт менән иҫкә алам. Кабинетында әрләй-әрләй ҙә, башты һалындырып ултырғанды күргәс: “Ярай, ҡустым, ҡайғырма, донъя булғас, уныһы ғына була инде ул”, – тип, арҡанан һөйөп сығара ине. Әнғәм ағай Шәрәфетдинов, Әсғәт Кәлимуллин һәм башҡалар ҙа йылы хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Белеменән бигерәк тәбиғи һәләте буйынса етәксе булған ошондай шәхестәр совет власының нигеҙен нығытты ла инде.
– Совхоз директоры итеп тәғәйенләү буйынса тәҡдимде нисек ҡабул иттегеҙ, эште нимәнән башланығыҙ? Учалы районының бөтә төньяҡ яртыһын – 29 ауылды – алып торған был ҙур хужалыҡҡа идара итеү бик ауыр йөк һәм яуаплылыҡтыр инде ул...
– Партия эшендә йөрөгәндә мине “Урал” колхозына рәйес итеп ебәрҙеләр. Унда һигеҙ йыл эшләгәс, ауыл хужалығы продукцияһы әҙерләү идаралығына етәксе итеп ҡуйҙылар. Әммә миңә ҡалала йәшәү һәм эшләү һис тә оҡшаманы, етештереү тармағы һәм сәнәғәт предприятиеһы күңелгә ятышлыраҡ ине. Шунан ул саҡтағы “Поляковка” совхозына – етештереү базаһы буйынса ла, ауылдарында йәшәгән халҡы яғынан да бала саҡтан тип әйтерлек таныш булған хужалыҡҡа директор булып барырға ризалаштым.
– Хужалыҡ директоры һәм рәйесе, партия ойошмаһы етәксеһе булып эшләгәндә иң ауыр мәлегеҙҙе иҫләгеҙ әле, уны нисек йырып сыға алдығыҙ?
– Иң ауыры тигәнем шул: бер хужалыҡ һәм ырыу булып йәшәгән коллективтан ауылдарҙың бүленеп сыға башлауы. Иң тәүҙә Абҙаҡ бүлексәһе айырылып сыҡты, артабан – Балбыҡ, Мулдаҡай... 90-сы йылдар башы ине. Сәбәбе ниҙәме? Өҫтән күрһәтмә бирелеүҙә. Уларға “халыҡ предприятиеһы” тигән исем бирелде. Йәнәһе, совет власының нигеҙ таштарының береһе булған совхоз системаһын бөтөрәләр. Ғәмәлдәге маҡсат – илебеҙҙең аҙыҡ етештереү базаһын ҡаҡшатыу һәм океан аръяғындағы корпорацияларға буйһондороу, ләкин был предприятиеларға дәүләт яғынан ярҙам булманы, улар ахырҙа тамам юҡҡа сыҡты.
Ярҙамсы хужалыҡтарға ла шарттар еңелдән түгел бөгөн. Хәҙер килеп, баҙарҙа ит һатам тиһәң, малды махсус һуйыу цехында ғына бысаҡларға тигән ҡағиҙә барлыҡҡа килде. Ә бит ул крәҫтиән өсөн байтаҡ өҫтәмә сығым тыуҙыра. Санитар талаптар, йәнәһе. Крәҫтиән йөҙҙәрсә йыл буйы малды үҙ ихатаһында һуйған, унан ғына бер кем дә үлмәгән бит. Шуға ла ауылда мал һанының кәмеүенә аптырайһы түгел. Иҡтисади яҡтан был шөғөл үҙен аҡламай башланы... Унан һуң, күп итеп мал аҫрарға һәр кемдең хәленән килмәй бит, бының өсөн малайҙары күберәк булған ишле ғаилә кәрәк. Унда ла әле улар ҡул араһына инә башлағандан алып ҙурайып ситкә сығып киткәнсә осорҙо ғына файҙаланып була. Ә артабан?
Бында инде демографик мәсьәләне лә урап үтеп булмай. Нисек кенә тимә, коллектив хужалыҡтар талап ителә. Ә бөгөнгө фермерҙарҙы мин ерҙә соҡсоноусылар тип кенә ҡабул итәм. Һуңғы арала ауыл ерендә кооперация кәрәк булыуы тураһындағы фекерҙәр йыш яңғырай. Тик ул анһат ҡына барлыҡҡа килмәй шул. Тәүҙә эшләп китер ҙә, ләкин артабан кемдеңдер башҡаларға һалышыуы, урлашыуы ихтимал. Бында ныҡлы контроль булырға тейеш.
Булды шундай мәл: мин был тарҡалған хужалыҡтарҙы берләштереп ҡараным. Продукцияны эшкәртеп һатыу отошлораҡ икәнен һәр кем белә, шуға совхозға яңы һөт заводы алырға булдыҡ. Элеккеһе ныҡ иҫкергәйне. “Акай” тигән фирма аша Төркиәгә барып үҙем һатып алып ҡайттым. Ҡалаға, һәр ауыл кибетенә совхоздан һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, ҡорот һатыу мөмкинлеге тыуҙы. Тик ҡорамалдарҙы Учалылағы күмәртә базаһында урынлаштырҙылар. Ахырҙа уны ла төҙөп бөтмәнеләр, заманса һөт заводы районға ла тәтемәне, хужалыҡҡа ла эләкмәне.
Хаҡтар ҙа был осорҙа һис аңлап булмаҫлыҡ бер хәлгә килтерелде: һөттөң бер литрының хаҡы 2 һум 75 тин ҡалды, ә солярканыҡы 5-7 һум булып китте! Был осраҡта ниндәй рентабелле ауыл хужалығы булырға мөмкин? Дәүләт ҡаҙнаһы ҡаплап барырға тейешме бөтә сығымдарҙы? Ундай предприятиеның ни кәрәге бар?! Шуға мин был вазифаны ҡалдырып киттем. Пенсияға сығырға ла ваҡыт еткәйне инде.
– Тарихи эҙләнеүҙәр, шулар нигеҙендә әҙәби әҫәрҙәр яҙыуға нисек һәм ҡасан тотондоғоҙ? Ошо йәһәттән бик бай мәғлүмәт туплауығыҙға ҡарағанда, был шөғөлдө йәш саҡтарҙа, хужалыҡтарға етәкселек иткән заманда уҡ башлағанһығыҙ. Нисек форсат таба алдығыҙ?
– Халҡыбыҙҙың, үҙ төйәгемдең тарихы менән мин ғүмер буйы ҡыҙыҡһындым. Иҫ йыя башлағандан бирле тип әйтергә мөмкин. Атай-инәйем кескәй саҡтан боронғо ауыҙ-тел ижадына ҡарата һөйөү тәрбиәләне тип әйттем бит, тарих та ошо ижади ҡомартҡылар менән тығыҙ бәйләнгән. Мәктәп тә балаларҙы тарих менән ҡыҙыҡһындырыуҙа, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә әүҙем эшләне. Дүртенсе класта уҡығанда булһа кәрәк, уҡытыусы инәйем беҙҙе Ҡомас тауына экскурсияға алып барғайны. Уй йылғаһы, бына ошо Ҡомас менән Ирәндек араһынан ағып сығып, көнсығышҡа табан юл ала, ә был тауҙың арғы яҡ ситен Мейәс йылғаһы киҫеп үтә. Беҙҙең менән, бәлә-ҡазанан ҡурсалау өсөндөр инде, Һарун исемле бер оло ағай ҙа барғайны. Ул беҙгә күрһәтә: “Балалар, ана ята Урал батыр!” ти. Оҙағыраҡ ҡарап торһаң, ысынлап та, Ирәмәл салҡан ятҡан Урал батырҙың күкрәгенә оҡшаған, Әүәләк һыртының ҡаялары – хас та уның башы! Арғы тауҙар аяҡты хәтерләтә. Һуңыраҡ аңлауымса, Урал батырҙың был “кәүҙәһе” 21 саҡрымға һуҙылған! Тыуған яҡтың һәр тауы, урманы, башҡа тәбиғи мөғжизәләре бына шулай бала саҡтан беҙҙең аңыбыҙға һеңдерелде! Шунан нисек тарих менән ҡыҙыҡһынып үҫмәйһең...
Хужалыҡ эшендә булғанда, мин халыҡ менән тығыҙ аралаштым, совхоз биләмәһендә алты ауыл хакимиәте, бер нисә урта мәктәп булды, уҡытыусылар ҙа байтаҡ ине. Тарихи темаларға ла һөйләшеп киткән саҡтар аҙ булманы, барыһын да яҙып-йыйып барыу форсаты юҡ ине, күбеһенсә хәтерҙә ҡала барҙы. Бик һирәк осраҡта ғына дәфтәргә теркәп ҡуя инем. Тик мин уларҙы мотлаҡ китап итеп яҙырмын тип уйламаным да башта. Юғалып бөтөүҙән һаҡлау ине маҡсатым. Пенсияға сыҡҡас та шунда уҡ әҙәби эшкә тотонманым әле, һунарға йөрөү менән мауығып киттем. Ләкин артабан “Ҡолой кантон”, “Биғылый” һәм башҡа романдарҙы яҙғанда, үҙем йыйған мәғлүмәттәр нигеҙ таштары булды.
– Әйткәндәй, барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләү элекке замандарҙа бик рөхсәт ителмәгәндер ҙә... Мәҫәлән, Зәки Вәлидиҙең Учалы районында намаҙ уҡып киткән йортон эҙләүегеҙ, моғайын, һуңғы бер-ике тиҫтә йылда ғына мөмкин булғандыр?
– Ә һеҙ ул хәтлемен ҡайҙан белдегеҙ? Был йорт Туңғатар ауылында әле лә бар. Әхмәтзәки Вәлиди ошо осорҙа Силәбегә фетнә күтәргән аҡ чехтар етәкселеге менән осрашыуға китеп барғанда Хәким мулла Вилдановтың йортонда, ысынлап та, туҡтап намаҙ уҡып киткән. Оҙаҡ йылдар уны ауыл хакимиәте биләне. Был өйҙө атайым да, башҡа оло кешеләр ҙә хәтерендә тотҡан, әммә, тәбиғи, заманында асыҡтан-асыҡ күрһәтеп, һөйләп йөрөү тыйылған икәне аңлашылалыр. Әхмәтзәкиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған Башҡортостанға килгәнендә мин уға ошо йортто күрһәттем. Иҫәнбикә менән электән, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелгән көндән алып таныш инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Учалы яҡтарында халҡыбыҙҙың ошо бөйөк улы булып киткән башҡа урындарҙы күрһәтергә ваҡыт етеңкерәмәне. Исмаһам, ул аяҡ баҫҡан Ямаҙы йәйләүен, Шәрип күлен булһа ла... Делегация бик ҡабалана ине.
– Һеҙҙең халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын һәм мөнәжәттәрен оҫта башҡарыусы булыуығыҙҙы Учалы яҡтарында ғына түгел, ә телевидение һәм радио аша бөтә республикала, унан ситтә лә яҡшы беләләр. Ниндәй ҙур сараларҙа ҡатнашыуығыҙ иҫегеҙҙә, тамашасының тыңларға һәм йөрәге менән ҡабул итергә әҙерлеген нисек баһалайһығыҙ, бөгөнгө йыраусыларға ҡарата ни әйтергә мөмкин?
– Әлбиттә, барлыҡ саралар ҙа тип әйтерлек иҫемдә. Учалы филармонияһында ғына ла нисәмә тапҡыр йырлағанмындыр, Туймазыла “Оҙон көй” фестивалендә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Унан да бүләк һәм Маҡтау грамотаһы менән ҡайттым. Саҡырған ерҙән баш тартҡаным булманы. Тамашасының әҙерлеге тигәндәй, халыҡ ижадын аңлай белгәне хуплай, һорауҙар бирә, ә белмәгәненең бер ҡолағынан керә, икенсеһенән сыға, тигәндәй...
– Киләһе йыл Башҡортостан Республикаһы үҙенең 100 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо юбилей айҡанлы нимәләрҙе хәтергә төшөрөп үтеү урынлы булыр ине?
– Беренсенән, республикабыҙҙың барлығы, йөҙ йыл дауамында йәшәп килеүе – үҙе үк ҙур ваҡиға тип иҫәпләйем. Икенсенән, Рәсәйҙәге федератив ҡоролошҡа нигеҙ һалыуҙа башҡорт халҡының, уның бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың туранан-тура ҡатнашыуын һис кем инҡар итә алмаҫ. Ләкин тарихыбыҙҙы белеү, билдәһеҙ урындарын асыҡлау, халыҡ хәтерендә һаҡланыуына өлгәшеү, киләсәк быуындарҙың да аңына һеңдерә барыу өҫтөндә эшләйһе лә эшләйһе әле. Ә был урындағы халыҡтың матди хәлен яҡшыртыу, уны Себергә йәки башҡа алыҫ тарафтарға эш эҙләп юлланырға мәжбүр итмәү һәм йәшәгән ерендә заманса шөғөл табырға ярҙам күрһәтеү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бергә барһа ғына уңышлы буласаҡ.