Ул сәхнәгә сығып ауыҙ асып һүҙ әйтергә өлгөрҙөмө-юҡмы, залдағылар шарҡылдап көлә башланы.
— Ха-ха-ха-ха!
— Хи-хи-хи-хи!
Был көндә лә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, данлыҡлы кәмитсе Рәүис Заһитов халыҡтың һушын алды. Барыһы ла рәхәтләнеп, һыны ҡатҡансы көлдө.
— Вәт, исмаһам, әртис тәк әртис! Хоҙай талантты ҡуш услап, өйөп биргән.
— Әйтмә лә, башҡалар кеше көлдөрәм тип ниндәй генә сүрәткә инмәй. Ә бының бер һирпелеп ҡарауы етә...
Тормошта ниндәйерәк кеше икән ул?
— Рәүис ағай, сәхнәлә һеҙҙе күреү менән көлкө килә башлай. Һеҙ бәләкәйҙән шулай шаян кеше инегеҙме?
— Эй-й, ҡустым, малай саҡтан шул хыялыйыраҡ кеше булдым инде. Бер ваҡыт туғаныраҡ кешеләрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙым да ҡайттым. Әллә шул өй ҡотларға типме икән?.. Күп тә үтмәй, улар килеп тә етте, бүләккә патефон ҡосаҡлағандар. Минең шаяртҡанды аңлағас, рәхәтләнеп бер көлөштөләр. Беҙҙең халыҡта былай ҙа килгән кешене ҡунаҡ итеү тигән йола бар бит инде. Сәй эстеләр, бәлки, янында әҙ-мәҙ мәйе лә булғандыр. Алып килгән бүләкте кире алып ҡайтыу килешкән эш түгел, беҙгә ҡалдырҙылар. Ул заманда бындай патефон бик һирәк кешелә генә була торғайны. Туғыҙ балалы эт ырғыһыҙ ҙур ғаиләлә атайымдарға ҡайҙа инде ундай нәмәне алыу. Ул беҙгә харап килеште. Йырлатабыҙ, үҙебеҙ зыҡ ҡубып бейейбеҙ, төрлөсә маймылланабыҙ инде. Тундың эске яғын әйләндереп кейеп, сиған булып күрәҙәлек ҡылып йөрөгән ваҡыттар ҙа булды.
Дәрестә уҡытыусы күрмәгәндә генә төрлөсә ҡыланып башҡаларҙы көлдөрәм дә үҙем шым ғына булам да ҡуям, тыңлап ҡына ултырам, йәнәһе. Уҡытыусы тегеләрҙе әрләй, ана, Рәүис һымаҡ булығыҙ, нисек матур итеп ултыра, ысын пионер шулай булырға тейеш, тип уларға мине өлгө итеп ҡуя.
— Ә нисек уҡынығыҙ?
— Малайҙарса инде... Әйткәндәй, ағайығыҙ хәләм-вәләм түгел, беҙҙең Иҫке Мөхәммәттән юғары уҡыу йортона ингән беренсе кеше әле ул.
— Ул ауыл Ҡыйғы районында бит әле...
— Эйе, эйе. У-у-у-у,ул ваҡытты иҫкә төшөрһәң, әле лә яман рәхәт булып китә. Ауыл халҡының шау-гөж килеүе Юрий Гагарин Йыһанға осҡан көндән дә кәм булмағандыр. Бөтәһенең телендә мин генә: “Ишеттеңме, Хәбирҙең малайы әртислеккә уҡырға ингән, дәү кеше була, тиҙәр”, “Хәҙер бына иҫке мөхәммәттәр менән һөйләшеп ҡараһындар”!
— Һеҙҙең кеүек кәмитселәр ерҙә тәгәрәп ятмай. Институтты бөткәс, театрҙар, беҙгә кил дә беҙгә кил, тип аптыратып бөткәндер әле.
— Эйе һиңә, талаштылар ти, көтөп тор! Тәүҙәрәк мине этем беләме! Аҙаҡ ҡына ул, сәхнәләргә сығып, халыҡ араһында исемем күренә башлағас, ул филармонияға, ул Ҡазанға саҡырып хыялый иттеләр. Әллә ниндәй исемдәр, ордендар менән ымһындыралар. Бөгөндән яҡшынан фатир бирәбеҙ, тиҙәр.
— Һеҙҙең кеүек аҫыл кешене юҡ-бар менән генә алдап булмай бит инде...
— Институтта мине үҙебеҙҙең “академ” өсөн әҙерләнеләр бит. Дипломды кеҫәгә һалдым да киттем театрға эшкә урынлашырға. Ул ваҡытта Нәжибәк Хафизов директор ине. Бүлмәһенә килеп инеү менән ул миңә һағайып тексәйҙе. Баштан аяҡҡаса күҙе менән ҡапшап ҡараны. Йәнәһе лә, кәүҙәһе, төҫ-ҡиәфәте менән дә һинд актерҙарына тиң булмаған был әҙәм олағып килеп сыҡҡанмы? Шунан: “Ҡустым, бигерәк бәләкәйһең бит әле”, — тигән булды. Мин дә яуапһыҙ ҡалманым. Үҙемде яҡшы беләм, йөҙөмә унан да важныйыраҡ ҡиәфәт сығарып, аяҡтарҙы кирә баҫып: “Белгегеҙ килһә, ағай, алтын ҙур булмай”, — тип борсаҡты эренән ярҙым. “Нимә эшләй беләһең?” — тип һораған кеше булды. “Бөтәһен дә беләм, йырлайым да, кәрәк икән, дөбөрләтеп бейейем дә”, — тинем, аяҡтарҙы тыпырлатып. “Улайһа, йырлап күрһәтегеҙ”, — ти ағай. “Буранбай”ҙы һыҙҙырып ебәргәйнем, күҙҙәре упайғандан-упая барып, йәйелгән еренән килеп баҫҡанын да һиҙмәне. Хатта йырлап бөткәс, бер килке аңын йыя алмай ултырҙы. Унан: “Ҡара әле, егет, һин ысынлап та алтын бит”, — тип шатырҙатып ҡулымды ҡыҫты: “Бир биште, маладис, һин бөгөндән беҙҙеке. Яҙ ғариза!”
— Эйе шул, һеҙ йырлайһығыҙ ҙа бит әле. Бер ваҡыт һеҙҙең концертҡа инеү өсөн ыҙғыш булғайны. Ниндәйҙер бисәләрҙе эләкләп халыҡты хайран иттегеҙ.
— Телем йырлап асылған бит минең. Бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәнем. “Буранбай”, “Илсе Ғайса”, “Фатима” кеүек халыҡ йырҙарын башҡарһам, өлкәндәр, күҙ йәштәрен һөртөп, балаҡайым, үҙәктәрҙе өҙәһең бит, тип арҡамдан һөйә торғайны. Шуға ла Өфөгә мин дәү йырсы булам тип килгәйнем. Әммә мине тыңлап ҡараған апай: “Ҡустым, һин бит ҡойоп ҡуйған кәмитсе, тәүҙә сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә барып ҡара, инә алмаһаң, ҡабаттан бында килерһең”, — тине.
— Йырсы булмағанға үкенмәйһегеҙме?
— Аһа, нишләп үкенәйем, ти. Минең былай ҙа йырламаған көнөм юҡ тиерлек. Театрҙа концерт, театрлаштырылған тамаша булһынмы йәки берәй ергә гастролгә сығырғамы, Рәүис тә Рәүис тип өҙөлөп кенә торалар.
— Һорарға онотоп торам, ҡатын-ҡыҙҙарҙан кемдәр булып йырлай инегеҙ?
— Фәриҙә Ҡудашева, Мәғфирә Ғәлиева булып. Хатта тауышымды уларҙан айыра алмайҙар ине. Бер ваҡыт әллә нисә кеше концерттан сығыуымды көтөп торған. “Һин үҙең йырланыңмы, әллә Фәриҙәнең кассетаһын ебәреп, ауыҙыңды асып-ябып ҡына торҙоңмо?” — тиҙәр. Уларға яуап итеп Фәриҙә Ҡудашеваның тауышы менән генә һуҙып ебәргәйнем, һуштары китте.
— Һеҙгә йыш ҡына иҫәрерәк, аҡыл яғы һайыраҡ геройҙарҙы уйнарға тура килә. Уларҙы эте-бете мыҫҡыл итергә әҙер тора, мөхәббәтенә ҡыҙҙар ҙа көлөп кенә ҡарай. Һеҙгә шул осраҡта ҡыйын түгелме?
— Һис тә. Ундай геройҙарҙы мин уйнамаһам, тағы кемгә бирерҙәр!
— Айырыуса ниндәй ролдәрҙе яратып уйнанығыҙ?
— Яратмаған роль булалыр шул, бөтәһен дә күңелемде һалып башҡарҙым.
— Халыҡ һеҙҙе Шомбай булараҡ иҫендә ҡалдырҙы шикелле...
— Шуның менән ҡаҡшаттығыҙ бит. К. Мәргәндең “Шомбай”ында Шомбайҙы мин түгел, ә Олег Ханов уйнаны бит. Ә мин — теге атаһынан, кәләш алып бир, тип йырлап йөрөгән аҡылға һайыраҡ Мәмәтәйҙе.
— Һеҙ бигерәк, уныһын ғына беләм инде...
– Белгәс, бик һәйбәт. Шул спектаклдән башлап кешеләр мине “Шомбай” ти ҙә ҡуя. Урамдамы, автобустамы китеп барһам, ана, Шомбай тора, Шомбай, тип миңә бармаҡ төртөп күрһәтәләр, бышылдашалар. Шундай ваҡытта эй асыуым килеп ҡуя ҡайһы саҡ. Кеше күрмәгәндәй ҡылана ҡайһы берәүҙәр.
— Үҙегеҙҙең күңелгә ниндәй артистар яҡын?
— Мин берәүҙең дә уйнауына ҡыҙыҡманым, эх, шуның кеүек булһаң ине, тип оҡшарға маташманым. Бары үҙем булып ҡалырға тырыштым.
— Беҙҙең халыҡ мәрәкәсел кешеләрҙе үлеп ярата. Уларҙы бөтә ерҙә лә таныйҙар, кәрәк икән, ярҙам итергә өлтөрәп торалар.
— Әйтерең бармы! Юҡҡа әртис булған тиһегеҙме! Бер ваҡыт Бөрйәндә Өфөгә ҡайтырға тип самолет көтәбеҙ. Оҙаҡлабыраҡ киткәс, ағастар араһына инеп арлы-бирле ҡапҡылаған арала самолет килгән дә кире осҡан. Инде нишләргә? Аптыраҡ. Улай итәбеҙ, былай итәбеҙ. Ул ваҡытта, үҙегеҙ беләһегеҙ, Бөрйән йәһәннәм тишегенең тап үҙе булғандыр: юл юҡ, транспорт йөрөмәй. Ни эшләргә белмәй ыуаланып йөрөгәндә, бәхетебеҙгә күрә, Сибайға осоусы самолетҡа ултырып, выжлатып Стәрлетамаҡҡа килеп төштөк. Ярай килдек тә ул, аэропорт ҡаланан ситтә. Ете төн уртаһында тағы ҡайҙа барып морон төртмәк кәрәк? Юлдаштарым: “Рәүис, булһа һинән булыр, зинһар өсөн, аэропорт начальнигы менән һөйләшеп ҡара әле, бәлки, берәй нәмәһе табылыр”, — тип ялбара. Мин ни, әлеге лә баяғы бер ҡатлы кеше, тып итеп индем дә киттем. Инеүем булды, теге “о-о-о Шомбай” тип ҡосаҡлап алды. Урыҫ һынлы урыҫ кешеһенең мине танып тороуына аптыраным. “Һеҙҙең өсөн бер нәмә лә йәл түгел”, — тип, мулдан күстәнәстәр тейәп, Өфө һынлы Өфөгә самолет биреп ҡуйҙы.
— А-а-а, улай ҙа була икән. Һеҙҙең кеүек кәмитсе менән ғаиләлә яман рәхәттер ул...
— Ҡатыным да, улым да минең һымаҡ әҙәм көлдөрөп йөрөмәй, улар етди һөнәр кешеләре, врачтар.
— Көлкө тоҡсайығыҙ һәр ваҡыт тулы булһын, Рәүис ағай!
Хажи ӘХМӘТОВ әңгәмәләште.