Йәш таланттарға — “йәшел ут”!14.11.2018
М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында Халыҡ-ара балалар ижады конкурсына тәҡдим ителгән иң яҡшы эштәр экспозицияһы асылды.

Ирекмәндәр йылына арналған күркәм ижади бәйгелә Баҡалы районының йәш рәссамдары уңыш ҡаҙанды. Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Денис Шадрин — II, Алһыу Гөлөмова III дәрәжә лауреат исемдәрен яуланы. Арина Сәйфуллина, Анастасия Никандрова, Эмма Макасян конкурс дипломанттары булыу бәхетенә өлгәште. Йәш рәссамдарҙың барыһы ла Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы дипломдары менән бүләкләнде. Иң яҡшы эштәр иллюстарциялы каталогҡа индереләсәк. Баҡалылар йәш таланттар менән ысын күңелдән ғорурлана ала.


Вернуться назад