Дүрт юллыҡтар18.05.2012
Ауырыуҙарҙы күргән һайын әрней йөрәк:
Араҡыла йөҙгәндәрҙән тыуа өрәк.
Башҡорт тотоп ҡарамайса, ышанмай тип,
Шешә тотоп йөрөмәгән хәҙер һирәк.
* * *
Ирҙәр дауам итә алмай тип тоҡомдо,
Ғәйепләйҙәр тәбиғәтте, хромосомды.
Хромосомда ғына түгел икән хикмәт,
Тыйыу кәрәк аҙғынлыҡтан үҙ холҡоңдо.
* * *
Яттан ҡалған аламаны кейә-кейә,
Ҡарарға ла баҙнат итмәй башын эйә.
“Кем икән был оялсан?” — тип һораһағыҙ,
Ул — донъяны аҫтан киҫеп ятҡан көйә!
* * *
Көн дә генә булып тормай көлкө-уйын,
Тормош ҡулы һоғондора төрлө һыйын.
Әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыһаң,
Уйнау түгел, хатта илауы ла ҡыйын.
* * *
Ҡайһы берәү йылғырлыҡта аҡыл һата,
Ташбаш кеүек тәңкәләрен ялтырата.
Ҡайһы берәү ҡумырыҡта,
суртан кеүек,
Аҡыллының аңшайғанын
көтөп ята.
Урал МОСТАФИН.