Шарандар, киноға килегеҙ!14.11.2018

Билдәле рус яҙыусыһы Иван Тургеневтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы Шаран биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Мин ғүмеремде Рәсәйгә бағышланым” тип аталған әҙәби кисә үтте.


Унда Шаран ауылындағы 1-се мәктәп уҡыусылары ҡатнашты, яҙыусының төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре менән танышты.

Ә 22 ноябрҙә Шаран район мәҙәниәт йортонда “Башҡорт киноһы көнө” үтә. Сара 10-дан 19 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Урындағы халыҡ бындай үҙенсәлекле саранан ситтә тороп ҡалмаҫ, республикала төшөрөлгән фильмдар менән танышырға ихлас барыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ.



Вернуться назад