Оло байрамға – күркәм күргәҙмә14.11.2018
М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт конкурсында ҡатнашыусылар әҫәрҙәренең гала-күргәҙмәһе асылды.

Күргәҙмәнең кураторы, музей директоры урынбаҫары, сәнғәт белгесе Светлана Игнатенко әйтеүенсә, башта Рәсәйҙең 43 ҡала, ауылынан 218 рәссамдың 583 әҫәре һайлап алынды. Икенсе турға иһә Ҡырымдан алып Ямал-Ненец автономиялы округына тиклем йәшәгән 149 рәссамдың 317 әҫәре үтте. Бөтә Рәсәй конкурсының гала-күргәҙмәһенә тап улар ҡуйылды.

Әйткәндәй, күргәҙмә ике майҙансыҡта ойошторолдо – М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һәм Өфө художество галереяһында.



Вернуться назад