Телевизор ҡарап ултырам. Журналист бер профессор, халыҡ артисы, төрлө премиялар лауреаты менән әңгәмә ҡора. Мин был кешенең һөйләгәндәрен яҙып алдым. Һәм уны һеҙгә тәҡдим итәм.
— Мин бала саҡта, нитәләр ине теге ней апайҙар. Тәҙерәнән. Шунан алып килеп апайҙар мине нейтәләр ине, кире тәҙерәнән. Мине гел туйға нейттеләр.
Булды теге ней, беҙҙең худрук Хөсәйен Әхмәтов. Беҙ уның ҡарап тора инек теге нейһенә. Ауыҙына. Уның нейһен Алла кеүек күрә инек.
Элекке йөрөгән бағаналарҙы нейтеп, теге ҡарап китәм. Ташкентҡа барабыҙ. Теге ней Рамазан Йәнбәков менән. Ул тора. Мин бер генералға ултырып нейтеп Ташкентҡа килдем. Ике сәғәт теге ней. Ултырам. Битте теге ней менән гәзит менән. Уҡыған кеше булып. Шунан ул миңә нейтеп тора. Эй ҡыҙыҡ булды.
Элек клубтар ней булды. Шунда беҙ нейтеп теге сәхнәгә сығып уйнап ебәрә инек.
Мин уҡығанда, профессор Белявский нейтә ине. Ул мине нейтте инде. Заһир Исмәғилевтең теге нейһе бик моңло булды. Мин уны теге сәхнәләрҙә нейттем. Миңә тиклем баянсылар гел ултырып нейттеләр, ә мин баҫып нейттем.
Юнир САЛАУАТОВ.