Бахыр18.05.2012
Бахыр— Уй, бахы-ы-р! Эй, Хоҙайым! Ниндәй көнгә ҡалған!
Ҡабалана-һөрһәләнә эшкә китеп барған Хәҙисә ханым магазин янында хәйер һорап ултырыусыны күргәс, үҙе лә һиҙмәҫтән ытырғанып, шулай тип ҡуйҙы. “Һуңғы арала нишләптер төшөм сыуалған һымаҡ, форсат сыҡҡанда хәйер бирәйем әле”. Хәҙисә меҫкендең алдындағы теүәтәйенә унлығын төшөргән ыңғайға уларҙың ҡараштары осрашты. Ҡатын уның саманан тыш таҙалығына берсә ғәжәпләнде, берсә йәлләне. Уй, бисара. Хәйер аҡсаһына ғына кеше шул тиклем бүҫелерҙәй булып һимерә тиме. Берәй яман сирҙән яфалана торғандыр. Тиккә генә кешенең эйәге әллә икәү, әллә өсәү булып һалынып төшмәй ул. Ана бит, бите лә ҡауын кеүек бына-бына ярылырға торған һымаҡ. Хатта башына кейгән бүрке лә лепкәһен генә ҡаплаған...
Ауырыуҙы йәлләүҙән ҡатындың сикәһе буйлап күҙ йәштәре йүгерҙе. Бигерәк нескә күңелле шул.
Хәҙисә юл буйы әлеге бахыр тураһында уйланы. Хәҙер уның сирен дә аныҡланы. Шуны ғына белеү өсөн врач булыу кәрәкмәй ҙә инде. Моғайын, йөрәгенән хитланалыр. Улар шулай сусҡа кеүек һимеҙ була торған. Кем белә, бәлки, бәләкәй сағында тәмле-татлыны күп ашаған да шәкәр тигән яман нәмәнән яфаланалыр. Ғүмере лә күп ҡалмағандыр инде.
Кәйефһеҙ генә килеп ингән ҡатынды башҡалар һағайып ҡаршыланы.
— Нимә булды, әллә тағы ла теге һәүерегең ҡыйнанымы?
— Юҡ та.
Хәҙисә барыһын бәйнә-бәйнә һөйләп биргәс, бүтәндәр ҙә һүҙгә ҡушылды.
— Мин дә уны көн һайын күрәм, — тине ай һайын тигәндәй ике балаһы менән фатирҙан фатирға күсеп йөрөүсе Ғәлиә. — Хоҙай бер мөйөш бирмәҫме тип, көн дә тиерлек белгән доғаларымды уҡый-уҡый үҙенә хәйер бирәм. Гелән ҡара күҙлек кейеп ултыра. Ул, меҫкенең, тома һуҡыр ҙа шикелле. Йә, ошондай матур донъяны, ҡалабыҙҙың көндән-көн күркәмләнеүен күреүҙән дә мәхрүм булып йәшә инде. Хоҙайым, дошманыңа күрһәтмәһен!
— Нимуй ҙа, буғай, — тине ҡышҡы пальто алып кейәм тип, бурысҡа батҡан Гөлзифа. — Алдында гелән яҙыуы тора.
— Шулай шул.
— Бигерәк ҡыйындыр инде, — тине әлеге лә баяғы шаталаҡ Гөлзифа. — Талағың ташҡан ваҡытта берәйһе менән рәхәтләнеп әрләшеп тә алмағас.
Хәҙисә үҙенең тормошона шөкөрана ҡылды. Собханалла, собханалла, дауаханала йыйыштырыусы булып ҡына эшләһә лә, барыһы ла һәйбәт. Хоҙай насип итһә, иренә лә эш табылыр, фатиры ла булыр. Хөкүмәтебеҙ береһенән-береһе яҡшы программалар ҡабул итә, депутаттарыбыҙ ҙа көн-төн шул турала һөйләй. Әле пенсияға сығып бармайҙар бит әле. Көҙгә иллеһе генә тула.
Эштән ҡайтышлай Хәҙисә ваҡ-төйәк алырға тип магазинға инде лә сиратҡа баҫты. Үҙенән алда торған баһадирҙың ҡиммәтле колбаса, затлы коньяк, шоколадтарҙы пакетына һалғанын күҙе ҡыҙып күҙәтте. Вәт, кешеләр нисек йәшәй! Ә ул, бахыр, һуңғы тапҡыр ҡасан колбаса ашағанын да хәтерләмәй.
Инде ир, ҡалған ғына аҡсаһын кеҫәһенә һалып, был яҡҡа боролған ыңғайға, Хәҙисә менән уның ҡараштары осрашты. Ҡатын алдында иртән теүәтәйенә хәйер йыйып торған “сирле” ир тора ине.
Венер ИСХАҠОВ.


Вернуться назад