Ҡуяндар... еңгән13.11.2018
Краснокама районының "Импульс” ансамбле Санкт-Петербургта үткән “Малахит ҡумта” Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр конкурс-фестивалендә Башҡортостан данын уңышлы яҡлап ҡайтты.

Ҡуян ауылындағы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларын берләштергән ансамбль – төбәктә билдәле коллективтарҙың береһе. Уның етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Рамаҙанов. Рәсәй кимәлендәге конкурста “Импульс” I дәрәжә лауреат исеменә, диплом һәм кубокка лайыҡ булған.

Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында йыл һайын үткәрелгән ижади бәйгелә быйыл Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 80 коллектив, 130 яңғыҙ башҡарыусы һәм дуэт ҡатнашҡан. Әлеге кимәлдәге конкурста еңеү – сәнғәт мәктәбе коллективы өсөн оло ҡаҙаныш һәм ғорурлыҡ ул.


Вернуться назад