Илһам18.05.2012
Атайым усаҡ янында

Әкрен генә янған усаҡ телдәренән
Тәмәкеңә эйелеп ут алдың.
Офоҡтарға ҡарап моңһоуланып,
Уй-хистәргә батып юғалдың.
Күҙҙәреңдә сағыла уйҙарыңдың
Хәтер диңгеҙҙәрен кискәне:
Һөйөү менән тулы йәшлегеңдең
Иҫләйһеңдер айлы кистәрен.
Тәмәкеңде тәрән һурып алып,
Әкрен генә көлөп ҡуяһың:
Егет саҡтарыңдың шаянлығын,
Мутлыҡтарын иҫкә алаһың?
Кинәт кенә ҡашың йыйырылып,
Тәрәнәйҙе маңлай һырҙары.
Хәтереңдә яңырҙылар, ахыры,
Шул дәһшәтле һуғыш йылдары.
Егет булып йөрөгән малайҙарҙы
Ир яһаны һуғыш ҡырҙары.
Биштәр тағып, шинель кейҙереп,
Алып китте һалдат юлдары.
Ә дошманға ҡаршы тәүге тапҡыр
Атакаға башлап киткәндә,
Йәшәү менән үлем шул ҡәҙәре
Йәнәш йөрөһә йөрөр икән дә!..
Һорап тормай һинең кемлегеңде,
Тыуған ерҙә кемдәр көткәнен,
Сабыйҙарың бармы, атай-әсәйеңме,
Йөрәгеңде ниҙәр өткәнен.
Ҡот осҡос шул һуғыш юлдарында
Ятып ҡалды күпме егеттәр,
Күпме ғүмер шунда өҙөлөп ҡалды,
Өҙөлдөләр күпме өмөттәр...
Беҙ, тереләр, һеҙҙең алдығыҙҙа
Һәр көнөбөҙ өсөн бурыслы.
Булдырмаҫҡа ине һуғыштарҙы,
Булһын ине ерҙә тыныслыҡ.
Тик бит әле бер ҙә тыныс түгел,
Ниҙер етмәй, ниҙер бүләләр,
Дөрләп янған һуғыш ялҡынында
Йәш егеттәр һаман үләләр.
Тәмәкеңде тәрән һурып алып,
Усаҡ күмерҙәрен ҡуҙғаттың.
Ауыр уйҙарыңдан арыналмай
Яңы тәмәкеңде көйрәттең.

Ауылдашыма
Советтар Союзы Геройы
Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға

Һалҡын шишмәләрҙең һыуып эсеп,
Ғорурлығын алып тауҙарҙың,
Батыр егет булып үҫеп еттең,
Һылыулығын алдың талдарҙың.
Һандуғастың моңло йырын отоп,
Аҡ ҡайындан алдың паклығын.
Иҫкән елдән алһаң һин етеҙлек,
Тыуған ерҙән алдыҫ сабырлыҡ.
Барыһы өсөн һөйөү бүләк иттең,
Тоғро булдың тыуған илеңә.
Ил саҡырғас, яуға китеп барҙың,
Шинель һалып көслө иңеңә.
Һуғыш йылдарында урау юлдар,
Тыуған яҡҡа алып ҡайтманы,
Алыҫ Херсон ерен һаҡлағанда,
Ярсыҡ тейеп булдың яралы.
Дошмандарға ҡаршы гел аяуһыҙ,
Бер аҙым да артҡа сикмәнең,
Һуңғы минутҡаса көрәштең һин,
Алыш ҡырын ташлап китмәнең.
Бер туҡтауһыҙ үлем сәсеп торған
Амбразура тора ҡалҡыуҙа,
Күпме һалдат инде һәләк булды,
Ятып ҡалды бында мәңгегә.
“Яҡын барып булмай бер нисек тә,
Табырға һуң нисек сараһын?”
Һуңғы көсөн йыйып дошман утын
Үҙ күкрәгең менән ҡапланың.
Батырлығың һинең, Миңлеғәле,
Күпме ғүмерҙәрҙе һаҡланы.
Тыуған көнөң шул минуттан алып
“Үлемһеҙлек” тиеп аталды.

Әлфирә КАМАЛЕТДИНОВА,
Әрибаш урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Тәтешле районы.


Вернуться назад