Риф МИФТАХОВ Ялҡытмаҫ жанр Ҡатын менән ир —
Сатира һәм юмор:
Ҡатын ҡысҡыра,
Хатта аҡыра.
Шулай булмайса,
Ул бит — сатира!
Ир бөтәһен дә
Көлкөгә бора:
Ҡай саҡ һүҙ менән,
Ҡай саҡ шым ғына,
Сөнки йортонда
Ул юмор ғына.
Һәр ғаилә менән
Яңыра барыр:
Ҡатын менән ир —
Ялҡытмаҫ жанр!
Түләү — Лампочка янған, — ти Ямал, —
Яңыһын ҡуйсы, Энгель.
Ир яуаплай: — Юҡ, ҡуймайым,
Мин электрик түгел!
— Ишек тә йүнле ябылмай,
Кәрәк бит йүнәтергә.
— Булмай, — ти ир, ҡулын һелтәп, —
Мин плотникмы һиңә?!
Ямал тағы ла ялына:
— Һыу туҡтамай крандан.
Ир ҡысҡыра: — Ә уныһын
Эшләт сантехниктарҙан!..
Икенсе көн ир йортона
Ҡайтып инһә эшенән:
Ут яна, ишек ябыла,
Кран да йүнәтелгән.
— Кем эшләне? — тип һорай ир,
Ҡарағас бөтә ерҙе.
— Һинең хәлеңдән килмәгәс,
Саҡырҙым күрше ирҙе.
— Нисек түләнең? — тип Энгель,
Ҡаш-маңлайын йыйырҙы.
— Эшләп бөткәс, — тине Ямал, —
Миңә ике шарт ҡуйҙы:
Тәүгеһе — Хоҙай эштәрен
Икәүләп атҡарырға.
Йә булмаһа, матур итеп
Берәй йыр башҡарырға...
— Ниндәй йыр йырланың? — тиеп,
Йылмайған ине Энгель,
Әйтте ҡатын: — Йыр йырларға,
Мин һиңә йырсы түгел!
Ярҙам итмәй — Ни хәл йәшәү, әхирәткәй?
— Тормош ҡыйын, эй, Алла...
— Ниңә улай булып ҡуйҙы?
— Йыл һайын тыуа бала.
— Әләйһәң, һин ике-өс йыл
Ирең менән йоҡлама.
— Шулай иттем, тик барыбер
Тыуа ла ҡуя бала...
Белде Ғаилә, балалар хаҡында
Белергә теләп Бикйән
Килгәс, кәрт һалыусы әйтте:
— Ике балаң бар икән.
— Юҡ, — тине ир, — өс балам бар,
Үҙ ғаиләмде беләмдер!
— Эйе, өсәү — өйөгөҙҙә,
Тик берәүһе... кемдәндер?
Уҫал эт — Донъя ауыр яңғыҙ башҡа,
Нисек итеп дуҫ табырға?
— Ысын дуҫым булһын тиһәң,
Һиңә кәрәк эт алырға.
— Уҫал эт тә кәрәк ине,
Ҡарар өсөн өйҙө бик ныҡ.
— Ул сағында өйлән, дуҫым,
Бисәнән дә уҫал эт юҡ!
Мәмдүҙәнең ире булһам... Ҡатын:
— Мәмдүҙәнең ире ниндәй!
Ул — әүлиә, ул бит Алла!
Иртән эшкә оҙатып ҡуя,
Ә кистәрен ҡаршы ала!
Ире:
— Һинең кеүек күптән инде
Ошо хаҡта уйлап торам:
Мин дә шулай итер инем,
Мәмдүҙәнең ире булһам!
Ул да эсәҠатыны:
— Тағы һалып ҡайттыңмы ни?!
Эсеүемде ҡуйырмын, тип,
Вәғәҙә иттең, оҙаҡламай
Башҡа кеше булырмын, тип!
Ире:
— Эйе, дөрөҫ, үҙгәрҙем мин,
Иҫбатларға көн дә әҙер!
Мин — башҡамын, тик шуныһы:
Ул ахмаҡ та эсә хәҙер!