Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, быуындар бәйләнешен нығытыу, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләүҙә олатайҙарҙың абруйын арттырыу, уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауыл китапханаһында “Супер олатай” тип аталған ярыш үтте. Сара Ғаилә йылына ярашлы ойошторолдо.
Олатайҙар тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙы, ейән-ейәнсәрҙәре хаҡында ғорурланып һөйләне. Унан ярыштар башланды: кескәйҙәргә бишек йырын йырлау, сәхнә оҫталығын күрһәтеү, төрлө һорауҙарға яуап биреү... Бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтте олатайҙар.
Бында шулай уҡ “Матур ғаилә – ил күрке” тип аталған китап күргәҙмәһе эшләне. Еңеүсе исеменә Фәрүәз Иҫәнгилдин лайыҡ булды. “Супер олатай”ҙың 22 ейән-ейәнсәрҙәре бар.