Республиканың әҙәби йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе – танылған башҡорт шағиры һәм тәржемәсе, Әбйәлил районының почетлы гражданы Әсхәл Әхмәт-Хужа (Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин) 76 йәшендә вафат булды.
Ә. Әхмәт-Хужа 1942 йылдың 24 июнендә Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуған. 1965 йылда – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын, 1987 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1965 йылда “Ағиҙел” журналында әҙәби хеҙмәткәр булып башлай. Артабан ошо баҫмала бүлек мөдиренән алып баш мөхәррир урынбаҫары, яуаплы секретарға тиклем һөнәри үҫештең барлыҡ этаптарын үтә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта, БАССР Яҙыусылар союзында нәфис әҙәбиәт пропагандаһы бюроһының әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй. 1991 – 1995 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1996 йылда – Әбйәлил районы хакимиәтендә баш белгес, 1997 – 1999 йылдарҙа – Әбйәлил район китапханаһының бүлек мөдире.
1970 йылдан СССР һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Әсхәл Әхмәт-Хужа әҙәбиәткә үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында килә. Шағирҙың “Һыбай сыҡтым” тигән тәүге китабы 1968 йылда донъя күрә һәм шунда уҡ уҡыусыларҙың да, тәнҡитселәрҙең дә иғтибарын йәлеп итә. Уның шиғри әҫәрҙәренә романтика менән һуғарылған гражданлыҡ мотивтары хас. Шағир шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әүҙем яҙа.
Әсхәл Әхмәт-Хужа тәржемә менән дә уңышлы шөғөлләнә. Ш. Руставели, Э. Межелайтис, Р. Ғамзатов, Д. Күгелтинов һәм башҡа күренекле шағирҙарҙың уның тәржемәһендәге әҫәрҙәре “Ынйылар” китабына тупланды.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм уңышлы эшләгәне, башҡорт телен, Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә, һаҡлауға тос өлөш индергәне өсөн Әсхәл Әхмәт-Хужа Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән, уға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән, Ғ. Сәләм һәм Һ. Дәүләтшина исемендәге республика премиялары тапшырылған.
Талантлы әҙәбиәтсе һәм һоҡланғыс шәхес Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.