“Сәйнүк ҡайнап сыҡҡан арала...” еңде!12.11.2018
Әбйәлил районында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов призына халыҡ театрҙарының республика фестивале үтте. Бәйгелә Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Бүздәк, Ғафури, Әбйәлил райондарынан һәүәҫкәр артистар көс һынашты.

Конкурс Хәлил мәҙәниәт йортонда башланһа, артабан Әхтәм Әхәт улының тыуған ауылы Боранғолда дауам итте. Арҙаҡлы шәхестәр Нурия Ирсаева менән Йәмил Әбделмәновтарҙың да ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне.

Тәүге тапҡыр ойошторолған конкурста төп бүләк Ғафури халыҡ театрына бирелде. Улар яҡташтары Салауат Әбүзәрҙең “Сәйнүк ҡайнап сыҡҡан арала...” тигән комедияһын сәхнәләштергәйне.


Вернуться назад