Был бит “Сәнғәт төнө”...11.11.2018
Йыл һайын уҙғарылған “Сәнғәт төнө” бөтөн Рәсәй акцияһына Благовар районы ла ҡушылды. Мәҙәниәт йорттары, китапханалар хеҙмәткәрҙәре ошо уңайҙан мәҙәни һәм ҡул эштәренә оҫталыҡты күрһәтеү саралары ойошторҙо.

Мәҫәлән, район мәҙәниәт йортонда “Алдар һәм һоро бүре” йәнһүрәте, “Иван-Купала” йолаһынан өҙөк күрһәтелде, “Ҡорама мозаика” оҫталыҡ дәресе үтте.

Благовар халҡы үҙәк китапханала уҙғарылған “Сәнғәткә йөрәгеңде ас” программаһында ҡатнашып, күңел асып ҡына ҡалманы, ә белемен арттырҙы, тарихи-этнографик музейҙа комсомол ойошмаһының 100 йыллығына арналған “Мөхәббәт, комсомол һәм яҙ” тематик күргәҙмәһен ҡарап кинәнде.


Вернуться назад