Беҙҙәге мажаралар18.05.2012
Тун

Бер танышым зарлана:
— Ҡан баҫымым күтәрелә лә китә, күтәрелә лә китә. Көн дә “Ашығыс ярҙам” саҡыртып торам. Шунһыҙ булмай. 200-ҙән арта бит. Аптыраған инде. Нисек йәшәргә? Яңы ғына 100 меңгә шәшке тиреһенән тегелгән тун алғайным, шуны ла кейә алмайынса үлеп кенә китәмме инде? Үлеп китһәм, туным әрәм була тип ҡайғырам да ҡан баҫымым күтәрелә. Эйе! Тунымды уйлайым да ҡабат күтәрелә. Үлермен инде! Кейеп йөрөй алмам...

Бәшмәк

Заводтың ағас эшкәртеү цехын тәьмин итер өсөн йыш ҡына урманға барып ағас киҫәләр. Урман йыраҡ ҡына, дүрт-биш көн ҡуна яталар. Был юлы барғанда Рәхимде бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Бер нисә көн үткәс, уларҙың ризығы бөтә. Эшселәр урмандан бәшмәк йыйып, бешереп ашай, тик Рәхим генә ризыҡҡа үрелмәй, һыу ғына эсеп ултыра.
— Ниңә ашамайһың? — тиҙәр уға.
— Мин бәшмәк ашамайым! — ти ағай.
Йоҡларға ятҡандар. Төндә шаҡылдаған тауышҡа уянып китһәләр, Рәхим табаны алдына ултыртып алған да бәшмәкте һыпыра икән.
— Бәй, һин дә бәшмәк ашайһыңмы ни? — тип ғәжәпләнәләр.
— Һеҙ үлмәнегеҙ бит! Мин дә үлмәм әле! — ти ул.

“Күрҙегеҙме?!”

Беҙҙең ауылға ҡунаҡҡа килгәс, бер нисә пар Ағиҙел йылғаһына һыу инергә бара. Әҙерәк төшөрөп тә алғас, еҙнәмдең батырлыҡ эшләгеһе килеп китә. Ул, үҙенең шәплеген күрһәтергә теләп, текә ярҙан һикереп һыуға сума. Былай ҙа ҡаҡса кеше ул, трусигы саҡ эленеп тора. Һыуға сумыуы була, уныһы һыпырылып төшөп ҡала. Еҙнәм һиҙмәй, үҙен күрһәтергә тырышып, һыуҙа һикерә лә ҡабат сума, һикерә лә ҡабат сума, үҙе бер туҡтауһыҙ “Күрҙегеҙме?!” тип ҡабатлай икән. Ярҙағыларҙың көлөп һындары ҡата. Шул саҡ апайым:
— Күрҙек, күрҙек. Тик трусигың ғына ағып китте, шәп булғас, шуны алып кил! — тигәс кенә, үҙенә иғтибар итә. Еҙнәм оялышынан, барыһы ла яр буйынан киткәнсе, һыу эсендә ултыра.
Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад