Өфөлә – ейәнсуралар!09.11.2018
Республиканың 100 йыллығы уңайынан райондар араһында барған “Башҡортостандың тарих биттәре” фестиваль-марафоны дауам итә. Бөгөн Өфөнө Ейәнсуралар гөрләтте.

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы халыҡ менән шығырым тулы. Фойела ифрат бай күргәҙмә эшләй. Шәлдәр ҡуйылған урында кеше айырыуса күп. Балдың да төрлөһөн килтергән ейәнсуралар. Волгоград тоҡомло һарыҡтар үрсеткән “Маяҡ” хужалығының күргәҙмәһе янында ла халыҡ бихисап.



Тамаша залы шығырым тулы булды. Йыр, бейеү, ҡурай моңо... Ғөмүмән, күркәм осрашыуҙан рухланып, яңы көс туплап ҡайтты халыҡ.


Вернуться назад