Төтөнгә сәсәгән сырмалсыҡ уйҙар...18.05.2012
Өйөрөлә-өйөрөлә төтөн күтәрелә. Туҙан уйнатып баҫыу карабы бара тиерһең. Тик артынан алтын таҫмалар һуҙылмай, йылы яҡтарҙа йәшәүсе сыбар ат — зебраның тәне һымаҡ, буй-буй ҡара һыҙыҡтар ҡала. Күңелдәрҙе өйкәп, баҫыуҙар яна. Көндөҙөн төтөн күтәрелә, төнөн иһә ут телдәре ел ыңғайына йүгерә. Әйтерһең, Наполеонды ҡыуған саҡта Ҡотдос Мәскәү тирәләй усаҡтар яҡҡан... Тик был осраҡта илбаҫарҙы түгел, үҙебеҙҙең ғәмһеҙлекте, булдыҡһыҙлыҡты, үткән йылғы етешһеҙлектәрҙе яндырабыҙ, йәшерәбеҙ...
Баҫыуҙарҙа ҡоро ел уйнай. Ара-тирә бәрей-шайтан туйҙары ла өйөрөлөп, һауаға туҙан алып, сүп-сар элеп оса. Тәбиғәт: “Һаҡ бул, кешем, йыл ҡоро килмәгәйе”, — тип киҫәтә төҫлө. Кеше хәтере — тишек кәмә, тигәндәй, үткән йыл аҙыраҡ уңыш булғайны — 2010, унан алдағы ике-өс йыл ҡоролоҡто оноттоҡ та ҡуйҙыҡ. Һауа торошо яҡшы булып, аҙ ғына уңыш күргәйнек, “интенсив технологиялар”, “яңы алымдар ҡулланып эшләү һөҙөмтәләре” иҫкә төштө, тейешле өҫтәлдәргә тейешһеҙ отчеттар ятты. Ә сыҡҡан игендәр болот шәүләһен һағына, тамсыға сарсай башлаһа — тағы тәбиғәт ғәйепле. Тәбиғәт киҫәтеп кенә ҡалмай, яуап та көтә: “Ниңә һалам яҙын яндырыла, ә көҙҙән ике-өс йыллыҡ итеп эҫкерттәргә һалынмаған? Ниңә баҫыу уңыш йыйғас та йәм-йәшел келәм менән ҡаплана, ер туңға һөрөлмәгән, баҫыуҙарҙы парға ҡалдырыуҙар, органик ашлама сығарыуҙар ҡайҙа, “интенсив технология ҡулланыусылар?”, ти.
Әлбиттә, һүҙҙәр ҡоро булмаһын өсөн райондарҙы, хужалыҡтарҙы исемләргә мөмкин булыр ине. Ләкин уныһы мөһим түгел. Был йәһәттән береһе лә ситтә ҡалмай, айырым әйтеү кәрәкмәй. Бөгөн оло юл эргәһендәге йәшелләнгән баҫыуҙарҙан ситкә боролоп, төпкәрәк үтеү ҙә, ҡош бейеклегенән күҙ йөрөтөү ҙә етер ине. Шунда ҡайҙа, ниндәй эштәр барғанлығы — барыһы ла күренә. Эш тә, маҡсат та уларҙы бәйнә-бәйнә яҙыу түгел. Ғиллә башҡала: һөрөлмәгән ерҙәрҙе “һөрөү”ҙән, сәселмәгән баҫыуҙарҙы “сәсеү”ҙән, һауылмаған, хатта бөтөнләй аҫралмаған һыйырҙарҙы “һауыу”ҙан туҡтап, отчеттарҙы йоҡартырға ваҡыт етеүҙә. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инәбеҙ бит, йәмәғәт, тип оран һалғы килә. Күҙҙәрҙе асып, магазин кәштәһенә бағайыҡ — беҙҙе кемдәр ашата?! Ил сәйәсәте донъя кимәлендә үткәрелә — алғы һыҙыҡ бар, ә тыл ҡайҙа, тыл кемдәр ҡулында? Нисек кенә булмаһын, ас кеше ҡорһаҡ аша уйлай. Бөгөн күтәрелгән төтөн — мал аҙығы, тимәк, алдағы көндәребеҙҙәге ит, һөт ризыҡтары. Бөгөн ергә һалынған иген бөртөгө — беҙҙең икмәк.
Сәбәптәр, әлбиттә, етерлек. Ләкин бынан ике тиҫтә йыл элек бөтөрөлгән колхоздарҙы иҫләп, артабан ностальгия менән йәшәү мөмкин түгел. Инвестор килер ҙә барыһын алға килтереп ҡуйыр, тип ятыу ҙа сыҡмаған ҡояшҡа ҡыҙыныуға бәрәбәр. Инвесторҙар килешеүҙәрҙе үҙҙәре төҙөй. Халыҡ, элеккесә, ризалығын биреп йә ҡул күтәрә, йә күтәрмәй. Тимәк, пай яҙмышын артабан инвестор — капиталист хәл итә. Рәсәйҙең байтаҡ өлкәләрендәге тәжрибә күрһәтеүенсә, ер уларға иген үҫтереп табыш алыуҙан, урындағы халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртыуҙан да бигерәк, банктан аҙ процентлы кредит эләктереү өсөн кәрәк. Бөгөн ерҙе оҙайлы ваҡытҡа ала алмай тороуҙары тик пайсыларға танытма бирелеп бөтмәүендә генә (биләмәлә бер генә кеше танытма алмаһа ла, дөйөм ер оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға бирелмәй).
Тел төбө шунан ғибәрәт: үҙебеҙгә эшләргә өйрәнергә күптән ваҡыт. Быға тиклем ситтән килеп береһе лә эшләмәгән бит: баҫыуҙар сәселә, иген башағына тиклем йыйыла, һаламы өйөлә ине. Эйе, ине. Һүҙ башы һаламға бәйләнгәс, шуға туҡталайыҡ. Бөгөн — рәхәт. Преслаусы-тығыҙлаусы агрегат таҡҡан трактор үтә лә артынан йомро, дүрткел һалам “тюктар”ы төшөп ҡала бара. Агрегат өлгөрмәһә йәки ватылһа — һалам йыйылмай. Элгәре “волокуша” тип аталған һөйрәткес була торғайны. Ике ДТ шуны таға ла, әйҙә, күбәләрҙе һөйрәп, буласаҡ эҫкерт урынына илтә. Тегендә һалам эҫкерттәре һалына. Һоло, арпа, борсаҡ ҡышын тиҙ ашатылып бөтөрөлә, сөнки яҙын сысҡан киҫә. Ә бойҙай, арыш һаламы киләһе йылдарға ҡала. Һабаҡты 1975 йылғы ҡоролоҡ бирҙе. Оло быуын кешеләре Краснодар тиклем ерҙән һалам ташығанды хәтерләй. Йәйен колхоз малдарын урманлы райондарға, Силәбе өлкәһенә ҡыуҙылар. Бар халыҡ хужалыҡҡа эшләне: кесерткән, япраҡ әҙерләне. Ғөмүмән, урып йыйыу осоронда мәктәп йәшендәгенән алып пенсиялағыһына тиклем дөйөм эштә ҡатнашты.
Тағы бер сәбәп. Бик аҙ етәксе ауыҙынан: “Фәлән-фәлән баҫыуҙан һаламын йыйып алығыҙ”, — тигән һүҙҙәр сығалыр. Халыҡ бит үҙе йыйһа, бушҡа ала. Ә былай... пай өлөшөнә тейешле һаламдың да “тюг“ын 200 – 300-гә осороп була. Һылтау — һалам бушҡа, техника хаҡын ғына түләйҙәр. Бер арбаға алты төргәк тип иҫәпләһәк, 1200 – 1800 һум килеп сыға. Плюс — 400 – 500 һум килтергән өсөн. Ҡышын бер баш малға кәмендә 12 төргәк, йәғни 3000 һумлыҡ һалам кәрәк. Ә ике-өс башҡа, ваҡ малға?
Нисек кенә мал аҫрап донъя көтөп була тип яҙмайыҡ, һөйләмәйек, ауыл халҡы уның михнәттәрен, “ите-һөтө үҙҙәренеке, бушҡа килгәнлеген” яҡшы белә. Шуға ла шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны йылдың-йылы кәмей барыуы бер кемгә лә сер түгел (эре хужалыҡтарҙы әйтеп тә тораһы юҡ). Бында ғәйеп, тәү сиратта, кешеләрҙең ер пайҙарын файҙаланған түрәләрҙә. Бер-ике центнер игенен биреп-алдап, һаламын һатып, улар ҡәрҙәштәренең мал аҫрау мөмкинлеген сикләй. Тимәк, халыҡтың ярлы йәшәүе, уларға баш эйеп һоранып йөрөүе ҡулай.
Һалам яндырыу. Тапҡан проблема, тиер бәғзеләр. Ысынлап та, баҫыуҙарҙы таҙартырға кәрәк. Күптәр әйтеүенсә, көл, бәлки, ашламалыр ҙа. Ләкин тупраҡтың өҫкө, йәғни уңдырышлы ҡатламы яндырылғас, һаламдан ҡалған көлдөң генә тейешле азот ашламаһы бирере шикләндерә. Икенсенән, һөрөнтө ерҙәр генә ут эсендә ҡалмай: ҡош-ҡорт төйәге булған ҡыуаҡлыҡтар, һөйрәлеүсе, кимереүселәр оя ҡорған баҫыу сите сирәмдәре лә көлгә әйләнә. Урмандарға ҡурҡыныс янай. Янғындарҙың сәбәпсеһе булған “кеше факторы” ла ҡар иреү менән сүп-сар яндырыуҙан башлана түгелме?
Эҫе көндәр башланды. Хәйерлегә булһын. Сәселгән игендәр шытып сығып, йәй аҙағына мул уңыш алырға яҙһын. Тик, эх, былтыр, тип, һауаға осҡан төтөндәрҙе иҫләп, былтыр ҡыҫҡанға быйыл ҡыш ҡысҡырмаһаҡ ине...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Вернуться назад