Бындай китаптың әле беҙҙә булғаны юҡ, тине тамашасы.Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Мостай. Булмаған интервью” китабының исем туйы үтте. Сарала яҙыусының яҡындары, республика етәкселеге вәкилдәре, билдәле әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, Мостай Кәрим фонды грантына лайыҡ булғандар һәм әҙип исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнашты.
Байрам йәнле һәм йылы мөхиттә барҙы. Бөйөк шәхестең ҡыҙы Әлфиә Кәримова барлыҡ ойоштороусыларға, шулай уҡ ҙур хеҙмәте өсөн “Инеш” нәшриәтенә ҙур рәхмәт белдерҙе.
– Был китап аша уҡыусы атайымдың ижады менән бергә уны шәхес булараҡ та яҡшыраҡ белер тигән ышаныстамын. Йыш ҡына әлеге баҫманан алған тәьҫораттарым менән ҡыҙыҡһыналар. Бары тик шуны ғына әйтә алам: был китаптан минең күҙҙәремә йәш тула, – тине Әлфиә Мостай ҡыҙы.
“Инеш” нәшриәтенең баш мөхәррире Алексей Фенин әйтеүенсә, “Мостай. Булмаған интервью” китабында әҙиптең төбәгебеҙ генә түгел, ил мәҙәниәтендәге өлөшө яҡтыртыла, шул уҡ ваҡытта был бөйөклөк яҙыусының үҙ халҡы менән ныҡлы бәйләнешендә сағыла.
– Был китап бөгөн дә, иртәгә лә, унан алдағы көндәрҙә лә уҡыласаҡ, – тине Алексей Львович, киләсәккә яҡты өмөт бағлап.
“Мостай. Булмаған интервью”ның тәүге исем туйы йәй Мәскәүҙә уҙғарылған “Ҡыҙыл майҙан” китаптар фестивале барышында үтә. Өфө тамашасыһы был сараны видеояҙманан ҡарап кинәнде.
– Мостай Кәримде билдәле әҫәрҙәренән өҙөктәр, шәхси иҫтәлектәре, яҡындарына мөнәсәбәте аша күрһәтергә теләнек. Ғүмер буйы яҙылған был китабында ул беҙгә бәхет серҙәрен төшөндөрә, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында һөйләй. Яҡыныбыҙҙы үҙ уҡыусыларының һөйөүе йылытты. Ул оло талант һәм бойондороҡһоҙ фекерҙәр эйәһе булды, яҙмыштың бар һынауҙарын да лайыҡлы үтә белде, – тигәйне был яҙмала шәхестең ейәне Тимербулат Кәримов.
– Мостай Кәрим планета буйлап атлай, Мостай Кәрим ил буйлап бара, Мостай Кәрим мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә, – тип башланы сығышын Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. – Был исем туйы әҙиптең 100 йыллығына арналған сараларҙың бер өлөшө генә әле. Ә китап ысын-ысынында үҙенсәлекле, быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ. Өфөлә ошондай хеҙмәттең тыуыуына шатбыҙ, ғорурбыҙ.
Ҡәҙим Аралбай шулай уҡ яҙыусыға арналған шиғыр юлдарын уҡып ишеттерҙе.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова яҙыусының уңыш нигеҙе уның ғаиләһендә икәнен билдәләп үтте.
– Әҙип үҙенең яҡындарын сикһеҙ яратты, күңеле йылыһын халҡына ла мул өләште, – тине ул. – Яҙыусы баҡыйлыҡҡа күскәс, уның артынан тулы дәүер китте, тип әйтеп булмай, сөнки Мостай Кәрим – ул бренд. Барыһын да шиғриәт һәм проза ҡанаттары аҫтына бергә туплаған шәхес.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова ла Мостай Кәримдең ғаиләһенә булған йылы хистәрен билдәләп үтте, уның яҡындарына әҙиптең исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалғаны өсөн рәхмәт әйтте, яңы китаптағы төрлө өҙөктәргә ҡарашы, тәьҫораттары менән бүлеште.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары әҙиптең шиғырҙарын һөйләп тетрәнергә, хисләнергә мәжбүр итһә, Венер Камалов сараны “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тағы “Мәрәһим йыры” менән тамамланы. Йыр бөйөк яҙыусының бар ғәмен, моңон үҙенә һыйҙырған, ә бына “Мостай. Булмаған интервью” китабы даһиҙың бар тормошон, яҙылып, әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәрен үҙ эсенә алған.