Республиканың эске эштәр органдарында 70-тән ашыу музей бар һәм улар уңышлы эшләй. Тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы һаҡлауға, йәштәр күңелендә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә улар.
Музейҙарҙа, экскурсияларҙан тыш, ветерандар менән осрашыуҙар, мәктәп уҡыусылары өсөн батырлыҡ дәрестәре һ.б. саралар уҙғарыла. Уларға инеү бушлай.
Бындай музейҙарҙа үҙ бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙең иҫтәлегенә бағышлап төрлө стендтар ҡуйылған, уларҙың хәрби тәжрибәһе, батырлығы, илһөйәрлеге сағылдырылған.
Бөгөн Рәсәй полицияһының 300 йыллығы һәм һөнәри байрамдары уңайынан баш ҡалабыҙҙа Өфө городовойына һәйкәл асыла.