Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған “Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью” китабының исем туйы үтте.
Был – икенсе тапҡыр нәшерләнгән баҫма. Тәүгеһе 300 бүләк данаһында ғына баҫылып сыҡҡайны. Хәҙер китап киң ҡатлам әҙәбиәт һөйөүселәргә лә барып етәсәк.
Авторҙар уны уҡыусы менән талғын ғына фәлсәүәфи диалог рәүешендә төҙөгән. Алексей Фенин менән Гөлнара Белозерова шағирҙың проза, шиғри әҫәрҙәренән, хәтирәләренән уның ижады, шәхесе тураһында тулы күҙаллау биргән өҙөктәрҙе туплаған.