“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында республикабыҙҙың билдәле йырсы-музыканттар, журналистар һәм скайп-бәйләнеш аша ҡушылған билдәле “Deep Forest” төркөмө солисы Эрик Мухе, инглиз ди-джейы Даниэль Гауди ҡатнашлығында ғәҙәти булмаған матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Сарала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Ҡурайсы” төркөмө солисы Роберт Юлдашев, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов, Башҡортостан Республикаһы халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры дирижеры Линар Дәүләтбаев, композитор һәм продюсер Марат Фәйзуллин (Татурас), йәш музыкант Ришат Рәхимов, йырсы Зилиә Бәхтиева ла ҡатнашты. Зилиә Бәхтиеваның тауышы француз төркөмө “Deep Forest” һәм Даниэль Гауди менән берлектә сыҡҡан альбомына ингән. Унда йырсы “Болон” башҡорт йырынан өҙөк башҡара.
– Башҡорт халыҡ йырҙарын бөтә донъяға яңғыратыу – минең бала саҡ хыялым, – ти Зилиә.
Йәнле аралашыуҙан тыш, беҙҙең музыканттар сит ил оҫталарына йыр-моң да бүләк итте. Эрик Мухе һәм Даниэль Гауди Зилиә Бәхтиеваның моңло тауышына, Ринат Рамаҙанов яңғыратҡан ҡурай моңдарына һоҡланыуын йәшермәне, “Bravo! It’s a beautiful!” тип үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Гауди хатта ҡурай моңдарына үҙенең синтезаторы менән ҡушылды.
2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә бындай моңло дуҫлыҡ күпере айырыуса мөһим. “Deep Forest” төркөмө киләһе йылда ҙур халыҡ-ара турға йыйына. Европа музыканттары Өфөлә сығыш яһау тәҡдимен ҡуш ҡуллап ҡаршы алды.