Шаран районында “Туй йолаһы” фестивален үткәргәндәр. Милли йыр-моңдар менән сорналып барған күркәм сара Ғаилә йылына арналған, Башҡортостан Башлығы Грантына ойошторолған.
Сараның режиссеры – Редик Ғәниев. Сағыу йоланы яҡтыртҡан фестивалдә төрлө төбәктәрҙән 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Улар араһында фольклор һәм үҙешмәкәр коллективтар, йола менән айырым ҡыҙыҡһыныусылар булған.
Фестивалдә еңеүҙе Дәүләкән районынан “Дим” башҡорт фольклор ансамбле яулаған.