Йылайыр районының “Ауыл уттары” редакцияһы коллективы “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ҡушылып, гәзиткә яҙылып та ҡуйҙы. Баҫманы яратып уҡыйбыҙ, эшебеҙҙә файҙаланабыҙ, ул — төп кәңәшсебеҙ, ти улар. Редакцияла ҡырҡ йылға яҡын эшләгән матбуғат ветерандары Фәрит Мортаев, Ильяс Такалов, Борис Солтанов “Башҡортостан”дан айырылғандары юҡ.
— “Башҡортостан” — беҙҙең өҫтәл баҫмаһы, — тип башланы һүҙен баш мөхәррир Ильяс Исмәғил улы. — Гәзит беҙгә һәр яҡтан өлгө. Һуңғы ваҡытта уның халыҡҡа яҡын булыуы оҡшай. Элек-электән гәзит уҡыусылар яратып уҡыған “Өлгөрбай яҙмалары”, “Борсоулы хат эҙенән” рубрикаларының ҡайтанан тергеҙелеүе, асыҡ тәнҡиттең булыуы ҡыуандыра. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәрҙең тормошон, уларҙың проблемаларын ҡыйыу күтәреп, башҡорт эшҡыуарлығын сағылдырған мәҡәләләрҙең әленән-әле баҫылыуы гәзиттең мәртәбәһен арттырҙы, уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итте. Ҡасандыр “Башҡортостан” редакцияһы район журналистары өсөн тәжрибә өйрәнеү майҙансығы була торғайны. Төрлө райондарҙан килгән йәштәр, аҙналар буйы исемдәре республикаға билдәле остаздары янында практика үтеп, тәжрибә туплай торғайны. Бәлки, киләсәктә ошо юҫыҡта ла эш ҡайтанан тергеҙелһә, тағы ла нығыраҡ шатланыр инек.
Ысынлап та, республикалағы иң олпат һәм абруйлы баҫмаларҙың береһенән — “Башҡортостан” гәзитенән — өйрәнеү, уның тәжрибәһенә таянып эш итеү алымдары күп.
Кәримә УСМАНОВА.
Йылайыр районы.