Әҙәби оҫталыҡ өлгөләре06.11.2018
Әҙәби оҫталыҡты Аллаһ Тәғәлә һәр шағирға ла тигеҙ бүлмәгән. Яғымлы яңғырашлы һүҙҙең музыкаллеген, эске моңон хасил иткән һүрәтләү сараларын ҡулланыу әҙәбиәт­селәр­ҙең һирәгенә бирелгән һәләт тип баһалар инем.

Күренекле балалар әҙәбиәте белгесе, шағир Сафуан Әлибаев: “Балалар өсөн ололарға яҙғандан да яҡшыраҡ яҙырға кәрәк”, — тигәйне. Шул талапҡа ярашлы, республикабыҙҙың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте хеҙ­мәткәрҙәре, финанс мәсьәләләре ҡыҫынҡы булыуға ҡарамаҫтан, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уҡымлы итеп яҙылған китаптар баҫтырыуҙы хәстәрләй.

Күренекле шағир, драматург, сатирик-юморист Кәбир Аҡбаштың балалар өсөн ижады, минеңсә, шул талапҡа яуап бирә. Былтыр нәшер ителгән “Ҡояшты кем уята?” тигән китабына ингән шиғырҙары үтә лә ҡыҙыҡлы, мәғәнәле фекерҙәргә бай, образлы шаян тел, лирик йылылыҡ, шаярыу хис-тойғоһо менән матур картиналар хасил итә, юморҙы яратҡан балаларҙы ла һоҡландыралыр, минеңсә.

Уның “Эт өрмәне”, “Мөгөҙлө Ғәләй”, “Бүләк”, “Икәү булһын, ти”, “Һаҡалда аҡыл бар”, “Бесәйҙе әрләй”, “Маҡтансыҡ кәзә”, “Асыулы ҡуян” һәм башҡа шиғырҙарын балалар еңел ятлай һәм яттан һөйләй. Был күренеште мин Красноусолда етем балалар интернатында һәм үҙебеҙҙең Яугилде ауылы мәктәбендә шаһит булып беләм. Беләм тигәндәй, күренекле яҙыусы Кәбир ағай Уҡытыусылар институтын бөткәс, беҙҙең мәктәптә бер аҙ уҡытыусы булып эшләп армияға киткән һәм, унан ҡайтҡас, яҙмышын журналистикаға бәйләгән. Уның уҡытыусы булғанда ла юмор теле менән дәрестәр үткәреүе хаҡында ауылыбыҙҙа буласаҡ яҙыусынан дәрес алған ауылдаштарым әле лә һағынып һөйләй. Бына шундай шаян шиғырҙарҙан балаларға бик оҡшаған “Эт өрмәне” тигәне:

Нуғай – шундай шуҡ малай,
Ҡоштарға таш атҡылай.
Тиҫкәрелеккә ҡулай, Саманы белмәй шулай.
Бер мәл
Этте үсекләргә
Уйланы ошо Нуғай.
Тик эт өрмәне:
— Эт менән эт булмайым, — тип
Уйланы Маъмай, буғай.

Китапта әкиәттәр һәм хикәйәттәр бүлеге күләмле урынды алған. “Ҡояшты кем уята?”, “Төнгө ҡунаҡ”, “Ҡурай моңло әтәскәй”, “Маҡтансыҡ ҡуян”, “Ай ҡарағы”, “Мут айыу”, “Урман йыры”, “Тәмле бесән” һәм башҡа әкиәттәрҙә һәм хикәйәттәрҙә сюжет бар, персонаждар — йәнлектәр, ҡоштар ваҡиғалар аша ғәҙеллек өсөн көрәшә. Автор, драматург булараҡ, әкиәттәрен драматургия алымдары менән яҙған, образдарын ярыштыра, көрәштерә, йәрәштерә. Теге йәки был ҡатмарлы ваҡиғалар уҡыусыларҙы уйландыра, сиселеше хатта тулҡынландырыу һәләтенә эйә. Мәҫәлән, “Төнгө ҡунаҡ” тигән әкиәтте генә алайыҡ. Бында Ҡырмыҫҡалар иләүе илендә тормош ҡайнай: бөжәктәр билдәрен ҡыҫып быуып, бер ниндәй ҡаҙауһыҙ иләү төҙөйҙәр һәм ҡышҡа әҙерләнеү мәшәҡәте менән мәж килә, ҡышын ашау өсөн иген игә, мискә-мискә шифалы эсемлек туплай, ял итеү өсөн клуб ремонтлана, юлдар һалына, сәнғәт оҫталары йыр-моң тыуҙыра, мунсаһы уларҙың — эҫе сауна, мәшәҡәттәре хас та уңған кешеләрҙеке шикелле!..

Әкиәттә – ысын драматургия! Китапҡа индерелгән бөтә әкиәттәр ҙә, әҫәрҙәр ҙә ошо жанрҙағы кеүек мәғәнәгә эйә. Драматургия рухы, ҡағиҙәләре менән һуғарылған, уҡыусыларҙы уйландырған, кешеләр тормошон аңларға өйрәткән аҡыллы ижад емештәренең йыйынтығы.

Әкиәттәр оҫтаһы Кәбир Аҡбаштың балалар өсөн яҙған дүртенсе китабы ла олуғ ихтирамға лайыҡ, тип уйлайым. Йәнә кәлимә фекер. Беҙ, яҙыусылар, балалар өсөн яҙылған китаптарҙы хуплап телгә алабыҙ. Уларҙы яҙыуҙың ауырлығын, яуаплылығын аңлайбыҙ, һәр кемдең дә балалар өсөн китап яҙа алмағанын да беләбеҙ. Ә Зәйнәб апай Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте бүлеге кескәй йәштәге һәм үҫмер балаларға тәғәйенләп, йыл һайын юғары баһаға лайыҡ, яҡшы китаптарҙы тиҫтәләп нәшер итә.

Балалар китабы авторҙарының тыйнаҡлығына күнеккәнбеҙ. Ысынбарлыҡта иҡтисадтағы, финанс системаһындағы көрсөк балалар өсөн яҙған әҙиптәрҙе социаль яҡтан яҡларға мөмкинлек бирмәй.

Ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтенең баһаһы балалар өсөн яҡшы әҫәрҙәр ижад иткәндә генә юғары кимәлдә ҡалыр.


Вернуться назад