Стәрлебаш районында “Алтын тирмә” өлкә-ара милли театрҙар фестиваленең йомғаҡлау туры бара. Сара 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған.
Фестивалде Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Стәрлебаш район хакимиәте һәм Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы ойоштора. Ул үҙешмәкәр театр сәнғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бәйгелә Башҡортостандан тыш, Татарстан, Дағстан, Хакас республикаларынан һәм Силәбе өлкәһенән килгән ижади коллективтар ҡатнаша. Абруйлы жюри еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Шулай уҡ айырыуса оҫталыҡ күрһәткән режиссер, рәссам, тауыш операторы һәм актерҙар махсус дипломдарға лайыҡ буласаҡ.
Фестивалдең йомғаҡлау өлөшөндә спектаклдәр буйынса фекер алышыу ойошторола, режиссерҙар һәм халыҡ театрҙары етәкселәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
А. АБҘАҠОВ.