Илдар Абдразаҡов – “Аттила”ла05.11.2018
Илдар Абдразаҡов “Аттила” операһының премьераһы өсөн видеоматериал төшөрөүҙә ҡатнашты. Йырсының рәсми сәхифәһенән күренеүенсә, видеолар Италияла, Миландан алыҫ түгел төшөрөлгән.

Илдар күптән түгел Канаданан ҡайтҡан. Унда йырсының яңғыҙ концерты ҙур уңыш менән үткән, шулай уҡ аудиодиск яҙҙырылған. Әле ул өр-яңы опера проектына әҙерләнә. Легендар Милан театры Ла Скала 2018/2019 йылдарҙағы яңы миҙгелен Вердиҙың ошо әҫәре буйынса яңы тамаша менән асасаҡ. Илдар Абдразаҡов төп ролде башҡарасаҡ.

“Аттила” операһы киләһе йыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры репертуарына ла инәсәк. Тәүге постановка 2019 йылдың апреленә билдәләнгән. Был спектакль Илдар Абдразаҡовтың режиссерлыҡ дебюты буласаҡ. Спектаклдә төп партияны ул үҙе башҡара.

“Аттила” – өс актлы патриотик опера. Нигеҙен Адриатик диңгеҙ ярында йәшәгән халыҡтарҙың баҫҡынсыларға ҡаршы көрәше тәшкил итә. Операны Джузеппе Верди 1846 йылда яҙған.



Вернуться назад