Бөгөн Өфөләге “Башҡортостан” концерт залында Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы “Беҙ берҙәм!” тип аталған байрам концерты уҙҙы. Унда республиканың иң яҡшы ижади һәм үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашты. Сараны республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та тамаша ҡылды.
Фойела халыҡ кәсепселәренең эштәренән бай күргәҙмә ойошторолдо. Республика етәксеһе үҙ ҡулдары менән һоҡланғыс матурлыҡ, ҡабатланмаҫ ижад емештәре тыуҙырған оҫталар менән ихлас аралашты.
Радий Хәбиров төбәгебеҙҙә йәшәгән халыҡтар дуҫлығын һынландырған символик ағасҡа таҫма бәйләне. Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов абруйлы ҡунаҡҡа халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралын бүләк итеп, ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙе. Виртоуз башҡарыусыны тыңлағандан һуң Радий Фәрит улы унан дәрес алырға теләк белдерҙе.
Күргәҙмәлә милли костюм, һынлы сәнғәт өлгөләре, баш
кейемдәре, алъяпҡыстар, көмөш биҙәүестәр урын алғайны.