Йәш “сапсандар” сәхнә яулай17.05.2012
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы уңайынан республикабыҙҙа бихисап саралар уҙа. Мәҫәлән, күптән түгел Күмертау ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр ижады буйынса “Алтын сапсан” исемле Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы ойошторолдо.
Әлеге сара Күмертауҙа осраҡлы үтмәй. Сөнки бынан бер нисә йыл элек “Контраст” ансамбле Сочи ҡалаһында үткән “Европа өмөтө” халыҡ-ара фестивалендә I урынды алып, тотош донъяға билдәле булды.
Шуныһы һөйөндөрә: сарала ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Быйыл меңгә яҡын йәш талант бейеү һәм йыр, музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталығын күрһәтте, бынан тыш, уларҙың ҡул эштәре лә баһаланды.
Фестивалдең директоры Сергей Аблякимовтың әйтеүенсә, һәләтле балалар ифрат күп, һәр береһенең иңенә ҡанат ҡуйыу – өлкәндәрҙең изге бурысы.
И. МӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад