Шиғриәткә йыр ҙа ҡушыла17.05.2012
Һуңғы бер-ике йылда Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының һүрелеп барған эштәре күҙгә күренеп дөрләп китте. Бының сәбәбен, әлбиттә, ойошмаға етәксе булып танылған драматург Хәмит Ирғәлиндең килеүе менән аңлатырға кәрәк.
— Халыҡ араһында, бигерәк тә йәштәр мөхитендә, китап һөйөүселәр һаны йылдан-йыл кәмей. Ошоно иҫтә тотоп, беҙ һуңғы йылдарҙа уҡыусылар менән йыш осраша башланыҡ, — ти Стәрле яҙыусыларының етәксеһе. — Бындай осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә ифрат файҙалы. Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә, авторҙар өсөн дә. Еребеҙҙе ап-аҡ ҡар ҡаплаған илаһи мәлдә беҙ “Ҡышҡы балҡыш” исемле шиғриәт һәм йыр кисәһе үткәрәбеҙ. Йәйҙең аяҙ матур айҙарының береһендә әҙиптәребеҙ “Йәйҙең йәмле кистәрендә” тигән әҙәби-ял кисәһе ойоштора.
Был сараларҙан тыш яҙыусыларҙың яңы әҫәрҙәрен тикшереү, уларҙы нәшриәткә тәҡдим итеү кеүек эштәр башҡарыла. Ошо йүнәлештә Ф. Әхмәтова, Х. Хәмитова, В. Тараканов, И. Нурғәлиев, Н. Ишҡолова, Д. Заһитовтың ҡулъяҙмалары тикшерелгән.
Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, мәҙәниәт техникумы, ҡаланың башҡа уҡыу йорттары менән берлектә лә байтаҡ саралар уҙғарыла.
Ошо төбәктә тыуып үҫкән әҙиптәрҙең ижад кисәләрен үткәреү ҙә матур бер йолаға әйләнде. Былтыр, мәҫәлән, Марс Нуриев, Рәшиҙә Шәмсетдинова, Кинйәғәли Абдуллин, Мөҙәрис Багаевтың юбилей кисәләре шаулап-гөрләп уҙҙы.
Стәрлеләрҙең эштәре алдағы йылдарҙа тағы ла йәнләнеп, уңыштары ла мул булыр әле.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад