Радик Юлъяҡшиндың халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауға яуабы03.11.2018
“Татар-информ” мәғлүмәт агентлығындағы конференцияла Радик Юлъяҡшиндан: “Алда торған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында үҙеңде ниндәй милләттән тип әйтәсәкһең?” – тип һорағандар.

Билдәле йәш йырсы яуабы иһә ошолай булған: “Мин Башҡортостанда тыуҙым, туған телем – башҡорт теле, башҡорт рухлымын!”

Милләттәшебеҙ шулай уҡ “Элвин Грей” тип аталған музыкаль лейбл булдырыу хаҡында һөйләгән. Йырсының командаһындағыларҙың күңелендә был идея ун йыл тирәһе элек үк барлыҡҡа килгән. Маҡсат – һәләтле йәштәргә сәхнәне яулау мөмкинлеге биреү.

“Ә ундайҙар башҡорт һәм татар йәштәре араһында бик күп, – тигән Радик Юлъяҡшиндың продюсеры Александр Слюсаренко. – Беҙ уларҙы табып, сәхнәгә сығырға ярҙам итәсәкбеҙ”.


Вернуться назад