Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың сираттағы китабы донъя күрҙе. Баҫма “Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары” серияһында нәшер ителгән.
VIII том бер нисә әҫәрҙе үҙ эсенә алған. Халыҡ яратып уҡыған “Өҙәрем юл кешеләре” романы, бигерәк тә йәштәрҙең күңелен арбаған “Замана елдәре”, “Ғүмерҙең бер мәле”, “Таң ҡыйылған саҡ”, “Мәңгелек йыр”, “Зәңгәрһыу хикәйәттәре” һәм башҡа повестар — шуға асыҡ миҫал. Ерҙең ҡалҡаны – урман темаһы, ғөмүмән, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе яҙыусының ижадында өҫтөнлөк итә. Ноғман Сөләймән улы ошо байлығыбыҙҙы һаҡлауға тотош ғүмерен арнаны. Яҙыусының һутлы ижады тураһында китап һөйөүселәр яҡшы белә, ләкин һайланма әҫәрҙәрҙә ҡәләм оҫтаһы ғүмеренең бер мәле генә сағылған.
И. АҠЪЮЛОВ.