Әйтер һүҙең әйт, сәсән!02.11.2018

Баш ҡалабыҙҙа төрлө халыҡ мәҙәниәттәре осрашты.

Ҡунаҡсыл башҡорт ере икенсе йыл рәттән илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге һүҙ оҫталарын Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленә йыйҙы. География киң: Башҡортостан, Коми, Саха (Яҡут), Бүрәт, Дағстан, Мари Иле республикалары, Ханты-Манси, Магнитогорск һәм Мәскәү ҡалалары.

“Ваҡытты сикләмәҫкә кәрәк”

Фестивалдең һайлап алыу туры интернетта барһа, артабан, сара тантаналы асылғас, баһалама ағзалары ҡырҡтан ашыу ҡатнашыусының сығыштарын күҙәтте.


Бында иң бәләкәй һүҙ оҫтаһына – Көйөргәҙе районынан Асман Рахманғо­ловҡа – биш кенә йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул “Урал батыр” эпосының 100 юлын ятлаған. Был уңыш – малайҙың өләсәһе, хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйлә Зәйнуллинаның тырышлыҡ һөҙөмтәһе.
– Бала уйынға мауыға бит инде. Ейәнемде, велосипедта йөрөгән саҡта эпос тиҙ ятлана, тип ҡыҙыҡтырып өйрәттем, – ти ул.
Алыҫ Дағстандан килгән ашуд Айдун Магомедов башҡорттарҙың ҡунаҡсыл­лығына хайран ҡалған. Фестивалдә ул чунгур музыка ҡоралында үҙҙәренең “Лезги чил” халыҡ йырын башҡарҙы.

Саха (Яҡут) республикаһынан “Дьолуо” этнотөркөмө сараға айырым биҙәк өҫтәне.
– Боландарҙа елеп тигәндәй килеп еттек һеҙгә, – тип мәрәкәләп ҡуйҙы етәкселәре Людмила Цой. – Перронда уҡ асыҡ йөҙ менән ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар, Башҡортостан хаҡында тәьҫораттарыбыҙ шул ҡәҙәр яҡшы.

Беҙҙә – сәсән, Дағстанда – ашуд, ә яҡуттарҙа – олонхосут. Эпос уларҙа олонхо тип атала. Ғәҙәттә, был әҫәрҙә йәмғеһе 34 мең юл, уны тулыһынса һөйләү өсөн яҡынса өс көн ваҡыт китә. Шуға күрә был ғәмәлде атҡарғанда яҡуттар тиҙәйткес алымын ҡуллана. Ә бына тура телмәр кылыхах (беҙҙеңсә – өзләү) ярҙамында башҡарыла. Әҫәрҙә һүрәтләнгән Иблис һүҙҙәре иһә күкрәктән сыҡҡан ҡалын тауыш менән әйтелә. Яҡуттарҙа аҡ торнаның тауышын ҡабатлай белеү юғары оҫталыҡ һанала.


Фестивалгә килгән яҡут ҡыҙы Айта Васильева тышҡы ҡиәфәте менән беҙгә, башҡорт ҡыҙҙарына, тартымлығы менән иғтибарҙы яуланы. Һөйләшеү барышында ла ике арала уртаҡ һыҙаттарҙың күплеге асыҡланды. Милли биҙәүестәр, кейемдәргә сигелгән орнаменттар оҡшаш. Балитәк яҡут телендә “былааччыйа” икән, уның ҡатлы-ҡатлы булыуы, беҙҙәге кеүек үк, күлдәкте кейгән ҡыҙҙың кейәүҙәме, түгелме икәнен күрһәтә.
Айта башҡорт халыҡ байрамдары менән ныҡ ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе, бәлки, һабантуйға килеп булыр, тине. Алсаҡ ҡыҙ үҙ сиратында беҙҙе Яҡутияға саҡырҙы, уларҙа бигерәк тә ҡояш ҡаршылау байрамының матур үткәнен һөйләне.

Ханты-Манси автономиялы округынан Тимофей Малданов Себер халҡының “Айыу уйындары” йолаһы менән сығыш яһаны.
– Рәсәй – сәсәндәргә бик бай төбәк, – тине ул. – Бөгөнгө кеүек фести­вал­дәрҙә, ғәҙәттә, сығыш яһаусыларҙың ваҡытын сикләйҙәр. Шуға күрә һәр сәсән әҫәрҙең башын ғына һөйләп өлгөрә. Ә бит беҙ йыш ҡына фольклор өлгөләрен быуындан быуынға тапшырыу хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Уйлап ҡарағыҙ: үҙ сығышымда мин әҫәрҙе тулыһынса һөйләмәйем, улым уны тағы ла ҡыҫҡартһа, ейәндәргә ни ҡалыр?.. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙ үҙебеҙҙәге “Айыу байрамдары”нда, ә яҡуттар “Олонхо”ла бер-береһен туҡтатмай. Һүҙ оҫталары бер башлай икән, көн-төн һөйләй. Бында ла шундай форматҡа күсергә кәрәк.

Еңеүселәр кем?

Баһалама ағзалары – билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәева, атаҡлы манассы Талантаалы Бакчиев, яҙыусы, фольклорсы Иван Карпухин, шағирә, журналист Лариса Абдуллина – фестивалдең беренсе көнөндә сығыш яһаған ҡырҡҡа яҡын ҡатнашыусы араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алды. Гала-концерттың башында сәхнәгә махсус бүләккә эйә булғандар, дипломанттар, лауреаттар һәм еңеүсе саҡырылды.

А. Ғәйнуллина етәкселегендәге Сибай сәнғәт колледжы, Дондағы Ростов ҡалаһынан Ғүмәр Ғайсин, Әбйәлил районынан Марс Сәйетғәлин ЮНЕСКО-ның рәхмәт хаттарына лайыҡ булһа, Ағинәйҙәр ойошмаһының махсус бүләк­тәре Учалынан Ләйсән Золотареваға, Сибайҙан Хәким Ғәйетбаевҡа, Әбйәлил­дән Зөлфирә Ҡарағужинаға тапшырылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәхмәт хаттары һәм махсус бүләктәре менән Бөрйән ра­йонының Әхмәт Сөләймәнов исемен­дәге, Әбйәлилдең “Мырҙаҡай вариҫ­тары”, Сибайҙың “Урал батыр” сәсәндәр мәктәптәрен ҡыуандырҙы. Башҡортос­тан ҡатын-ҡыҙҙары ойош­маһы­ның “Ҡа­тын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалдарына Әбйәлилдән Хәнифә Әбү­бәкирова, Сибайҙан Асия Ғәйнуллина лайыҡ булһа, махсус бүләктәрҙе Әбйәлилдән Азалия Атнағолова, Ғафуриҙан Фәүзиә Ҡотлогилдина алды.


Башҡорт матбуғат саралары ла саранан ситтә ҡалманы. “Шоңҡар” журна­лының махсус бүләктәренә Әбйәлилдән Уйылдан Батталов, Илшат Ғәлиуллин, Ғафуриҙан Эльвина Йәрмөхәмәтова лайыҡ булһа, “Башҡортостан” гәзитенең рәхмәт хаттары һәм махсус бүләктәре Туймазынан Алһыу Нәбиуллинаға, Ғафу­риҙан Данир Мәсәлимовҡа, Әлшәйҙән Миңзәлә Муллағоловаға, Салауат районынан Фларис Ғайсинға тапшырылды.

Башҡортостан Мәҙәниәт министр­лығының абруйлы махсус бүләге Бөрйән районының Әхмәт Сөләймәнов исе­мендәге сәсәндәр мәктәбенә тапшырыл­һа, Республика халыҡ ижады үҙәге сәсәнлек йолаларын һаҡлап ҡалғаны өсөн Әбйәлилдән Моратшиндар ғаилә­һен, Көйөргәҙенән Рәйлә Зәйнуллина менән Асман Рахманғоловты, Сибай ҡалаһынан Шайморат Йәнбәковты бүләкләне.


Сәсәндәр үҙәгенең махсус бүләген Ишембайҙан Рәйлә Ҡолмырҙина, Надежда Шушпанова, Саха (Яҡут) төбәгенән Айта Васильева алды.
Фестивалдең иң тулҡынландырғыс минуттары етте булһа кәрәк: Талантаалы Бакчиев бәйгенең дипломанттарын тәбрикләй. Инсаф Хужабиргәнов (Өфө), Фәниә Арыҫланова (Хәйбулла), Тамара һәм Валентина Петровалар (Мари Иле), Айдун Магомедов (Дағстан), Людмила Цой (Саха (Яҡут), Тимофей Молданов (Ханты-Манси), Нияз Йәмәлетдинов (Әбйәлил), Нурғәле Кейекбирҙин (Сибай) диплом менән бергә фестивалдең көмөш значогын алып ҡыуанды.

Баһалама комиссияһы рәйесе Розалия Солтангәрәева бар ҡатнашыу­сыларға сәсән һүҙенә тоғро ҡалыуҙары, юғары оҫталығы өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткереп, фестиваль лауреаттарына диплом менән бергә алтын значоктар тапшырҙы. Был юғары баһаға Комиҙан Илья Чуркин, Бөрйәндән Гөлдәр Әхтәмова, Сибайҙан Мирас Үҙәнбаев, Өфөнән Ислам Төхвәтуллин, Дәүләкән районынан Зөләрәм Снигирева, Саха (Яҡут) төбәгенән “Дьолуо” этнотөркөмө, Сибайҙан Шамил Күсәмишев һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның сәсәндәр мәктәбе лайыҡ булды.

Фестивалдең еңеүсеһе, гран-при эйәһе иһә – Учалы ҡалаһынан Мәүлит Ямалетдинов! Төп призды уға республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Әҙипкә шулай уҡ Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге махсус приз бирелде.

Бүләкләү өлөшө тамамланып, еңеүселәр билдәләнгәс, сәхнәнән йәнә йыр-моң, сәсән һүҙе ағыла башланы. Фестивалдең асышы булған Гөлдәр Әхтәмованың эпос һөйләү оҫталығы, манассы Талантаалы Бакчиевтың юғары кимәлдәге сығышы, Зәлиә Ғиниәтуллина менән Гөлфиә Һөйөндөкованың ҡылҡумыҙ, думбыра моңдары, “Серле ҡылдар” думбырасылар ансамбленең күңелде елкендергес көйҙәре, Надежда Шушпанованың мауыҡтырғыс әкиәте, Айдун Магомедовтың үҙ халҡы йырын моңло итеп һуҙып ебәреүе һ.б. байрамға оло йәм өҫтәне. Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар етәкселегендәге “Дарман” балалар бейеү ансамбленең, “Зәйнетдин” этно-шоу проектының сығыштары илаһилыҡты тағы ла көсәйтте.


Вернуться назад