Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафонын йәрмәкәйҙәр ҡабул итте. Иртәгә, 2 ноябрҙә Өфөлә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Йәрмәкәй шишмәләре” тигән байрам концерты уҙасаҡ.
Йомарт күңелле йәрмәкәйҙәр йырлы-моңло күстәнәсте мул итеп әҙерләгән: “Йәрмәкәй егеттәре” гармунсылар, “Россиянка” халыҡ рус йыры, “Гөлрус” халыҡ бейеү ансамблдәре, “Йәрмәкәй” татар эстрада-фольклор, “Ялгат” мордва, “Ташдемсем” сыуаш колективтары киләсәк. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағындағы республика халыҡ ҡоралдары оркестрының сығышы ла көтөлә. Уның дирежеры Ринат Мөхәмәтйәнов – Йәрмәкәй районынан.
Тағы ла концертта һәүәҫкәр композитор Рәйес Ханнанов, билдәле йырсы Илшат Вәлиев, йәш башҡарыусылар Айҙар Шәфиғуллин һәм Светлана Хәсәншина йырлаясаҡ. Тамашаның махсус ҡунағы Айҙар Ғәлимов “Йәрмәкәй шишмәләре” йырын башҡарасаҡ.