Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
ҒәҙеллекҠоролмаған донъя ғәҙеллеккә.
Тәбиғәттә ундай төшөнсә юҡ.
Нимә сәсһәң, үҫә тейешенсә!
Сәсмәниһәң, үҫмәй! Бүтәнсә — юҡ!
Бара донъя үҫеш ҡанундары,
Үрсем ҡанундары буйынса тик.
Ғәҙел түгел, ғәҙелһеҙ ҙә түгел!
Ҡоролошо Хоҙай уйынса тик.
Уйланышын уның аңлар кәрәк,
Ҡорбан булмаҫ өсөн был тормошта.
Артым ҡанундарын үтәү кәрәк,
Нимәне лә булһа булдырмышҡа.
Маҡсат ҡанундары буйынса тик
Ғәҙеллектең дә бит ҡанундары.
Бүтәндәрҙән өмөт итмәү кәрәк,
Үҙең үтеү кәрәк аң юлдарын.
Нимә сәсһәң, тик шул үҫеп сыға!
Шул ғәҙеллек тиеп һаналалыр.
Ни нәмәгә тәбиғәткә мейе?
Ул тойғоға ғына таяналыр.
Тәү ата Тамырҙар тоташҡан Әҙәмгә!
Шул хаҡта һөйләй һәр шәжәрә.
Тәү ата — ул Адам! Ул Атам
Йән биргәс, шәжәрә йәшәрә.
Йәш тармаҡ — ул беҙ бит бөгөнгө!
Үҫкәнбеҙ тамырҙан — тәрәндән.
Ағастар үҫмәй бит ботаҡтан,
Үҫкәнбеҙ тамырҙан — Әҙәмдән.
Йәнбирҙе — иң тәүге атаһы.
Тамыры бөгөнгө кешенең.
Кешелек олонон үҫтергән
Тик уның берҙән-бер есеме.
Иҫ киткес шәжәрәм үрсеме!
Олонда пәйғәмбәр нәҫеле:
Нух та бар, бар унда Мөхәммәт!
Бар унда тоҡомдоң һәр кеме.
Мин дә бар — ағастың осонда
Йәшел бер юрматы тармағы.
Тамыры булғанға һәр саҡ бар
Быуындың быуынға ялғамы.
Йән биреп киләсәк кешегә,
Беҙ ҙә йәншишмә бөркөрбөҙ:
Был ергә Әҙәмдән килгәнбеҙ,
Был ерҙән Әҙәмгә китербеҙ.
Юрған Ҡараҡтарҙан, ҡарап тороп,
Хыялымды урлаттым:
Шикләндем мин үҙ көсөмә! —
Ҡөҙрәтемде юғалттым.
Юрғаныма ҡарап һуҙҙым
Мин ҡабаттан аяҡты.
Ҙурайтманым юрғанымды —
Тыңланым мин ҡараҡты.
Аяғыма ҡарап һуҙғым
Килгәйне бит юрғанды!
Итәк ҡырҡып, ең яманым,
Бөтәйтәм, тип донъямды.
Бөтәймәнем, ҡотайманым:
Бур һүҙенән файҙа юҡ.
Хыялда юҡ бойомлашмай,
Ҡабул булмай уйҙа юҡ!
Урлатмайым уйҙарымды
Инде ошо сәғәттән.
Тыңлайым тик маҡсатымды:
Фекеремде үҙгәртәм!
Үҙ-үҙемә ышанысты —
Ҡайтарамын илһамды!
Аяғыма ҡарап һуҙам
Юрғанымды — донъямды.
Нәфис зат Хистәремде ҡом-ташынан арындырам,
Ялтыратам, шымартҡандай алмасты.
Емелдәймен мең-мең төрлө төҫкә инеп,
Мин — ҡатын-ҡыҙ, түгел дәһә албаҫты!
Таш икәнмен, алмас түгел, гәүһәр булам,
Йөҙөктәге әүерәткес ҡаш булам.
Ҡатын икән, мин мөкиббән мөхәббәткә,
Асыуыма, нәфрәтемә баш булам.
Сибәр итмәй мине бары төҫөм, буйым,
Шымартамын холҡомдо мин — алмасты.
Һәм беләмен үҙемдең бәҫ-дәрәжәмде,
Мин — нәфис зат, түгел дәһә албаҫты.
Үрмәлсек Үрмәле гөл үргә үрләй,
Борғаланып, борғаланып.
Аҫҡа үҫмәй, өҫкә үҫә.
Һуҙған епкә сырмаланып.
Үҫер өсөн уға бары
Бер башланғыс нөктә кәрәк:
Бер орлоҡтоң, тумаланып,
Асылыуы бик тә кәрәк.
Бер шартлауҙан хасил йыһан,
Бер нөктәнән — бер йәҙрәнән.
Үрмәләнеп үҫәбеҙ беҙ,
Үрмәгөлдәй, шул пәйҙәнән.
Үҫәбеҙ беҙ! Үҫешебеҙ —
Нәҡ — үрмәгөл әйләнгесе.
Үҫә, хасил була бара
Яңы үрҙәр үрмәлсеге.
Үҫер өсөн минең дә бит
Күңелдә бар башланғысым:
Үрмәләнәм яҡшы һүҙҙән!
Үҫмәүҙән шул һаҡланғысым.
Төҙөклөк Үрмәкестәй уратҡанмын
Үҙемде селтәр менән,
Тәү уратымым — яҡындар,
Дуҫтар, белештәр менән.
Дуҫтарҙың да бар дуҫтары,
Таныштың да — танышы.
Уларҙы ла ҡармаған бит
Ебәк ауым нағышы.
Уларҙан да уратылып
Торамындыр үҙәктә!
Һуҙам ебемде артабан
Киңерәк дүңгәләккә.
Дауам итәм бәйләнеште
Яңы кешеләр менән.
Был шөғөлдә мин дә шулай
Ау үргән бөжәк гелән.
Ау тигәнем — бер тәртип ул!
Был бит нескә күңелем
Һиҙеп тора төҙөклөктө,
Донъя бола түгелен.