Көҙгө муллыҡ – бейеү теле аша01.11.2018
“Хазина” башҡорт халыҡ фольклор коллективын Асҡын районында ғына түгел, ә унан ситтә лә бик яҡшы беләләр.

Ошо райондың хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, улар “Фольк-тайм” фольклор сәнғәте республика конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулаған.

“Ураҡ өҫтө” бейеүен башҡарып, тамашасыларҙың күңелен әсир итеү өсөн күп көс түккәнен "хазина"лар үҙҙәре генә белә. Уның етәксеһе Айгөл Барыева һөйләүенсә, коллективта бөтәһе 15 сәнғәт һөйөүсе шөғөлләнә.


Вернуться назад