Өфөлә үткән “Алтын миҙал” халыҡ-ара конкурсында Дүртөйлө районының балалар һәм үҫмерҙәрҙе үҫтереү үҙәгенең “Забава” бейеү ансамбле ҡатнашты.
“Халыҡ бейеүе” номинацияһында ансамбль, белорус полькаһы “Булба”ны башҡарып, I дәрәжә лауреат исемен яуланы. “Эстрада бейеүе” номинацияһы ла уңыш килтерҙе — улар II дәрәжә лауреат булды.
Бәйгелә ҡатнашыусыларға дипломдар, иҫтәлекле кубоктар, приздар һәм Геленджик ҡалаһында үтәсәк “Браво, балалар!” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыу өсөн 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Ансамблдең етәксеһе, педагог Ләйсән Москова Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.