Йөрәгеңдә дәртең булһа, оло йәштә лә әүҙем тормош алып барырға, хатта ваҡыты менән шаярырға ла мөмкин, тигән һығымтаға килде бәләбәйҙәр.
Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һарайында “Аҡсарлаҡ” һәм “Йәүһәр” татар йыр ансамблдәренең (етәксеһе Рәзидә Ибәтуллина) “Шаян әбей-бабайҙар” тигән концерты бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Оло йәштәге үҙешмәкәр артистар берсә популяр сит ил музыкаһына һикереп бейене, берсә бөтөн залды халыҡ көйөнә бейергә алып төштө, хатта лезгинка башҡарҙы! Шулай уҡ эстрада һәм халыҡ йырҙары яңғыраны.
Бәләбәйҙең йыр-моң күңелле “әбей” һәм “бабай”ҙары тамашасының тынмаҫ алҡыштарынан ифрат ҡәнәғәт ҡалып, хатта бер аҙ йәшәреп тә киткән, тиҙәр.