Шағирә менән осрашыу01.11.2018
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары билдәле шағирә, Баймаҡ ҡыҙы Фирүзә Абдуллина менән осрашты.

Осрашыу бик йылы шарттарҙа барҙы: шағирә үҙ шиғырҙарын уҡыны, ижады менән таныштырҙы. Йәштәрҙең ҡунаҡҡа һорауҙары күп булды: “Ижадҡа нисек тотондоғоҙ”, “Ни өсөн һеҙҙең шиғырҙарығыҙ тормошсан?”, “Композиторҙар менән бергә ижад итәһегеҙме?”...

Үҙ сиратында Фирүзә Абдуллина йәштәрҙе ҡыйыуыраҡ, әүҙемерәк, хатта бер аҙ әрһеҙерәк булырға саҡырҙы. Уңышлы булыу өсөн уңышлы кешеләр менән аралашырға, уларҙан өлгө алырға, һәр ваҡыт юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.


Вернуться назад